+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
2 Сентябрь 2025, 05:34

Яҙылып ҡуяйыҡ!

Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу башланды. Тоғро уҡыусыларыбыҙ белә: беҙҙең баҫмаға яҙылып, яҡшы приздар ҙа оторға була.

Яҙылып ҡуяйыҡ!Яҙылып ҡуяйыҡ!
Яҙылып ҡуяйыҡ!

2026 йылдың беренсе ярты йыллығында гәзитебеҙҙе алдырыр өсөн почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була. Ә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһы буйынса өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Баҫма йәки электрон вариантты һайлағыҙ ҙа сайтта ғына түләп ҡуйығыҙ.

Әле яҙылырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, шәп яңылыҡ: 1 – 11 октябрҙә һәм 3 – 13 декабрҙә ташламалы декада үтә. Был осорҙа “Йәншишмә”гә яҙылыу күпкә арзанға төшәсәк. Квитанцияны беҙҙең электрон почтаға (yanshishma02@yandex.ru) ебәрегеҙ ҙә декабрь айында уйында ҡатнашығыҙ. Төп приз, ғәҙәттәгесә, елле велосипед! Унан тыш та тиҫтәләгән призыбыҙ бар.

Йыл һайын нәшриәт йорто ла лотерея үткәрә. Йәнегеҙ теләгән ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларын 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се кабинет адресы буйынса ебәрһәгеҙ, иҫ киткес шәп бүләктәр оторға була. “Яҙыл да бүләк от!” акцияһы” тип өҫтәргә һәм телефон номерығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына ебәрергә була. Ғинуар айына тиклем ҡабул итәләр. Еңеүселәрҙе БСТ каналы аша беләсәкбеҙ.

Балаларыбыҙ “Йәншишмә”не уҡып үҫһен. Мәҡәләләр, һүрәттәр көтәбеҙ һеҙҙән, дуҫтарыбыҙ. Ай һайын тиерлек ҡыҙыҡлы конкурстар ҙа үтә, ҡатнашып тороғоҙ!

Фотола: Айсулпан Тоҡомбәтова.

 Римма Баймырҙина фотоһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас