-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
8 Сентябрь 2025, 15:04

"Изге подписка" акцияһы дауам итә

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Рәсәй почтаһы менән ойошторған "Изге подписка" акцияһына "Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы һәм "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале барышында  ҡушылыусылар байтаҡ булды. Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре лә гәзит-журналдарға подписка бүләк итте. 

"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ғаиләһенә "Ағиҙел" һәм "Аманат" журналдарын яҙҙырҙы.

Проектҡа ҡушылған Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов махсус операция ветерандары ғаиләләренә "Республика Башҡортостан" гәзитенә подписка бүләк итте.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов иһә МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә 50 дана "Аҡбуҙат" журналын яҙырҙы.

"Изге подписка" хәйриә акцияһы йыл буйына дауам итә. Уға теләгән һәр кем ҡушылып, изгелек эшләй, йәғни республика баҫмаларына подписка бүләк итә ала. 

Фото: com.

"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә
"Изге подписка" акцияһы дауам итә
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас