Стәрлетамаҡтан Әнүәр Рәхмәтуллин “Йәншишмә”не баймаҡтарға бүләк итеп яҙҙырҙы. Туймазынан Ильяс Ҡунафин атлы егет әле махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан, Учалынан шулай уҡ яугир ғаиләһенә 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына подписка бүләк итте. Ә Өфөнән Ғәлимовтар, өс бала тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ, балаларының башҡортса уҡып үҫеүен теләй. Ғафур Ғәлимйән улы үҙе – Ҡурған өлкәһенән, Гүзәл ханым иһә – Әлшәй һылыуы. Башҡа баҫмаларҙы ла алдыралар.
Рәхмәт, дуҫтар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, квитанциялар лотереяла ҡатнаша. Һеҙ ҙә гәзиткә яҙылыу менән беҙгә уны ебәрергә онотмағыҙ.