-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
23 Сентябрь 2025, 23:36

"Үҙем уҡып үҫтем, яҡташтарға ла подписка бүләк итәм"

"Беренселәр хәрәкәте" төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Заһит Ғүмәровтың беҙҙең элекке йәш хәбәрсе икәнен белә инегеҙме?

"Үҙем уҡып үҫтем, яҡташтарға ла подписка бүләк итәм"
"Үҙем уҡып үҫтем, яҡташтарға ла подписка бүләк итәм"

Баймаҡ егете үҙ телебеҙҙә оҫта, иркен аралаша, сығыштарын рәхәтләнеп тыңлайһың. Үҙебеҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ бит! Хәҙер ана ниндәй ҙур ойошманы етәкләй. Әле уларҙа "Изге подписка" акцияһы үтте. Хәрәкәт рәйесе Рәнис Хәсәнов бер нисә баҫмаға яҙылды. Улар төрлө райондарға таратыласаҡ. Заһит Ғүмәров иһә яҡташтарына "Йәншишмә" гәзитенә ярты йылға подписка бүләк итте. 

- Әсәйем ғүмере буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Мин "Йәншишмә" менән үҫтем, тиһәң дә була. Гәзит-журнал уҡырға яратыуым университетҡа еңел генә уҡырға инергә мөмкинлек бирҙе, - ти ул.

"Үҙем уҡып үҫтем, яҡташтарға ла подписка бүләк итәм"
"Үҙем уҡып үҫтем, яҡташтарға ла подписка бүләк итәм"
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас