-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
1 Октябрь 2025, 10:25

Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте

Таһир Күсимов исемендәге гимназия был көндө гөрләп торҙо. Белем усағында «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ойоштор­ған «Тере һүҙ. Урыҫ теле көсө» проекты старт алды.

Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте

Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә барлыҡҡа килгән ижади конкурс барышында уҡыусылар өсөн шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе, күренекле урыҫ яҙыусылары һәм шағирҙары ижады менән танышыу үтте. Актёрлыҡ һәм ораторлыҡ сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаранылар. Был балаларға сығыш яһаған ваҡытта үҙеңде нисек тоторға, ҡыйыу булырға өйрәтә.
– Беҙҙең проект хәҙерге заманда, донъяны гаджеттар баҫып алғанда, бик актуаль, – тип билдәләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. – Урыҫ теле күп халыҡтар менән аралашыу өсөн нигеҙ булып тора. Уны өйрәнеү бай мәҙәниәтте, фәнни ҡаҙаныштарҙы аңлауға ишек аса, шәхси үҫеш өсөн офоҡтарҙы киңәйтә.
Был сарала күп майҙансыҡтар эшләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ҙа килгәйне. Улар шайморатовсылар синыфы менән әңгәмә ҡорҙо. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, унынсылар менән осраштыҡ. Гәзитебеҙ тураһында һөйләштек, уҡыусылар һорауҙар бирҙе, үҙҙәренең тәҡдимдәрен еткерҙе. Редакция үткәргән «Яҙыл да бүләк от!» акцияһында 1-се мәктәптән Ирхан Сафиуллин телефон өсөн аккумулятор отҡайны, әсәһе Альбина Мулләхмәтова гимназияла уҡыта, бүләкте уға тапшырҙыҡ. «Балалар – Ер йөҙөнөң биҙәге» конкурсы еңеүселәренең береһе Риана Фәритоваға ла бүләгебеҙ бар ине.
Был белем усағында балалар бигерәк һәләтле икән. Фәнилә Нөғәмәнова етәкселегендәге «Талисман» вокал ансамбле, Эльвира Килдейәрова алып барған «Алтын ҡурай» бейеүселәре сығыштарын яратып ҡараныҡ. Һуңынан шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәре билдәләнде. Бына улар: Милена Ғибәҙәтова (етәксеһе – Нәрисә Һибәтуллина), Карина Ғәйнетдинова (Фәриҙә Ғарипова), Арина Горбунова, Элина Әхтәмова (Илүзә Баҙамшина), Илүзә Ғималова, Әминә Баймырҙина (Зөһрә Хөбөтдинова), Миләүшә Йәһүҙина (Зифа Хәсәнова), Ангелина Әхмәтйәнова, Айсар Әхмәтшин, Карина Ғәйфуллина, Айгүзәл Әхмәтзадина (Резеда Мөхәмәтдинова).
«Тере һүҙ» проектын тормошҡа ашырыу Өфө мәктәптәрендә дауам итәсәк.

Артабан Яңы Балапанға юл тоттоҡ. Бик матур итеп, йырлап ҡаршы алдылар. Мораҡай, Йәнекәй филиалдарын ҡушып иҫәпләгәндә, бөтәһе 127 уҡыусы белем ала, 20 уҡытыусы эшләй икән. «Йәншишмә»не алдырыусылар күп, айырыуса Гөлсинә Әхтәм ҡыҙы Аҡмырҙинаның уҡыусылары маҡтауға лайыҡ. Синыф менән яҙылғандар. Уларға «Яҙыл да бүләк от!» конкурсында бәхет йылмайыуы осраҡлы түгел: призға эйә булыу мөмкинлеге күберәк бит. Әлфиә Ғәлимйәнова менән Рәсилә Бүләкбаева ла (һүрәттә) портатив колонка хужалары булып китте. Шәп бит!?
Әйткәндәй, Гөлсинә Әхтәм ҡыҙы хаҡында айырым әйтеп үтергә кәрәк. Етәкселек уны маҡтап ҡына телгә алды. Бөтә нәмәгә өлгөрә, ниндәй йомош төшһә лә үтәргә әҙер, мәктәпте тотоп тороусыларҙың береһе, тинеләр. Ысынлап та, ошо ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороуҙы ла дәррәү күтәреп алғайны. Хәҙер киләһе йылда дуҫтарыбыҙ тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ. Мәктәптә Гөлсинә Әхтәм ҡыҙы етәкселегендәге «Йәш рәссам», «Оҫта ҡулдар» түңәрәктәре лә уңышлы эшләп килә. Төрлө конкурстарҙа ҡул эштәре менән гел тәүге урын алалар.
Йәнә был уҡыу йортонда спорт һөйөүселәр күп. Физкультура уҡытыусыһы Айбулат Мөхтәр улы Солтанов тәрбиәләй уларҙы. Беҙ барған көндө лә линейкала «Милләттәр кросы» район бәйгеһендә еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Ирхан Ғәлимйәнов, Нурлан Мәғәсүмов, Баязит Зәйтүнов призлы урындар яулаған, ә мәктәп дөйөм иҫәп буйынса III урынға сыҡ­ҡан.
Көҙ – уңыш йыйыу ваҡыты. Яңы Балапандар­ҙың баҡсаһына һоҡланып сыҡтыҡ. Кишер, сөгөлдөр, помидор мул уңыш биргән, ә кәбеҫтәләрҙең ҙурлығы! Сәскәләрҙең төрлөлөгөнә иһә күҙҙәр ҡамаша.
Әбйәлил яҡтарына тағы ла барырбыҙ әле. Дуҫтар, синыф менән гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, ә беҙ һеҙҙең менән мотлаҡ килеп танышырбыҙ.


И. Ғәйнулов һәм Л. Раилова фотолары.

Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Юлдарыбыҙ Әбйәлилгә илтте
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас