Гәзит үткәргән ижади конкурста еңеүсе булған VII синыф уҡыусыһы Риана Аллаярованы ҡотлап үттеләр. Беҙ журналистарға төрлө һорауҙар бирҙек, баҫманың һуңғы һандары менән таныштыҡ.
Осрашыу ҡунаҡтарҙа ла, уҡыусыларҙа ла яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Артабан да шулай аралашып, конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып торорбоҙ, хәбәрҙәр ебәрербеҙ, тип хушлаштыҡ. Әйткәндәй, был осрашыу өсөн мәктәптең «Беренселәр хәрәкәте» кураторы Вәсилә Ғабдулхаҡ ҡыҙы Фәтхетдиноваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Мәҙинә МӨБӘРӘКШИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле мәктәбе.
Редакциянан. Ысынлап та, мәсетлеләр беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Һуңғы арала бәйләнеш нығый бара, гәзиткә хәбәрҙәрен ебәреүсе балалар һаны арта. Улар менән осрашыуҙан һуң мәктәптең музейын ҡарарға саҡырҙылар. Вәт, исмаһам, музей! Юҡҡа ғына районда иң байы һәм өлгөлөләренән һаналмай икән. Ниндәй генә темаға арналған мөйөштәр юҡ! «Бөйөк Ватан һуғышы», «Махсус хәрби операция», «Ауылдаш яҙыусыбыҙ Ринат Камал», «Нумизматика», «Бонистика», «Телефондар һәм фотоаппараттар», «Музыка ҡоралдары», «Башҡорт халҡының көнкүреше»... Иҫ китмәле тарихи һәм заманса экспонаттар йыйғандар.
Мәктәптә 6 ауылдан йыйылған 119 уҡыусы белем ала. Ике шайморатовсылар синыфы бар. Директор Вероника Рәшит ҡыҙы Алхәйҙәрова әйтеүенсә, төрлө түңәрәктәр уңышлы эшләй. Туризм, хоккей, бейеү, шашка, шахмат менән теләп шөғөлләнә балалар. Тиҙҙән халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал исемендәге кабинет та асасаҡтар. Афарин, мәсетлеләр!