-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
7 Октябрь 2025, 16:20

Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды

Бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто алдында "Матбуғатҡа яҙылыу көнө" үтте. Сара бина алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды
Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды

Байрамда иһә гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары редакциялар хеҙмәткәрҙәре менән ихлас аралашты, республиканың популяр йырсыларының сығыштарын ҡараны, матбуғат баҫмаларына яҙылып, шәп бүләктәр отошонда ҡатнашты.

Беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ Фирҙәүесә Ғәзизова үҙенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балаларына — 5 дана, Факил Ҡылысбаев туған мәктәбенә һәм яугир балаһына гәзит-бүләк эшләһә, Зилә Ғәлләмова ла МХО-ла һәләк булған яугирҙың туғандарын гәзитле итте. Шулай уҡ Фәнил Ҡоҙаҡаев үҙенең туған мәктәбенә яҙҙырһа, Шәүрә Ярмуллина - 51-се  балалар баҡсаһына, ә Гөлдәриә Йосопова, Венера Хәкимова, Гөлназ Хәйбуллина, Илһам Латипов, Илдар Байбулатов күп балалы ғаиләгә гәзит-бүләк эшләп, Фәнүзә Баһауетдинова Стәрлебаш районында йәшәгән 2 туғанын “Йәншишмә”ле итеп ҡыуандырҙы.

Әйткәндәй, элекке «Республика Башҡортостан» нәшриәт йорто дәүләт-унитар предприятиеһының генераль директоры Венера Миҙхәт ҡыҙы Хәкимова матбуғат менән ҡыҙыҡһына, яңыраҡ ҡына сыҡҡан "Еңеү ҡайтыр атай менән"/ "Отцы вернутся с победой" китабымды һатып алды. Уға ҙур рәхмәт, һаулыҡ теләйбеҙ!

Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды
Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды
Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды
Гәзит-журнал яратыусылар йыйылды
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас