Әйткәндәй, улар былтыр ҙа синыфтары менән яҙылғайны. Етәкселәре - Мәфрүзә Аллабирҙина. Ер йөҙөндә балалар өсөн башҡортса сыҡҡан берҙән-бер гәзитте һаҡлауға индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар!
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа "Йәншишмә" биттәрендә һеҙгә кәрәкле яңылыҡтарҙы, мәғлүмәттәрҙе биреп барырға, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған шәхестәр, сәнғәт, спорт йондоҙҙары менән интервьюлар эшләргә тырышабыҙ. Әлбиттә, уҡыусылар ижадына ла күп урын бирелә, шиғырҙарығыҙҙы, хикәйә, нәҫер, мәҡәләләрегеҙҙе, һүрәттәрегеҙҙе, үҙенсәлекле фотоларығыҙҙы ебәрегеҙ генә. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе лә көтәбеҙ.
Гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, матур бүләк отоу мөмкинлеге лә бар. Исламбайҙарҙан өлгө алығыҙ, дуҫтар!