-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
11 Декабрь 2025, 13:25

Дәрестә «Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ

Яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә»не дәрестә лә ҡулланабыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусыбыҙ Рәйсә Исламғолова менән шулай өйрәнгәнбеҙ.

Дәрестә «Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ
Дәрестә «Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ

Дәрес ҡыҙыҡлы килеп сыға! Һүҙ төркөмдәренә миҫалдар, ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе эҙләп күсереп алабыҙ. Мәҡәл, йомаҡ, һынамыштар хаҡында һөйләшәбеҙ. Тиҫтерҙәребеҙҙең яҙғандарын, уларҙың ниндәй бәйгеләрҙә ҡатнашҡандарын беләбеҙ. Хатта ҡыҙҙарыбыҙ «Һөнәре барҙың ҡәҙере бар» битенән төрлө тәмлекәстәр бешереү серҙәрен өйрәнә. Шәп бит!

Киләһе йылға 3 дана гәзиткә яҙылып ҡуйҙыҡ әле.  Синыфыбыҙҙағы һәр бер рәткә 1-әр баҫма була инде. Әлегә шулай, артабан әкренләп күберәк яҙылырбыҙ әле, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Беҙгә «Йәншишмә» ныҡ оҡшай.

 

VII синыф уҡыусылары.

Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас