Заманса ғына, матур ғына балалар баҡсаһы икән ул. 360-лап бәләкәс йөрөй. Беҙ ҙурҙар төркөмөнә инеп сыҡтыҡ. Был төркөмдә башҡортса һөйләшкән йә телде өйрәнгән балалар йөрөй икән. Үҙҙәре милли атрибутика тағып алғандар бит әле, күҙ теймәһен! "Йәншишмә" тураһында һөйләп, гәзитебеҙҙе тараттыҡ. Кескәйҙәр әлегә уҡый белмәй, шуға ла тәрбиәселәре әлегә уларҙың матур-матур һүрәттәрен ебәреп торорға вәғәҙә бирҙе.
Осрашыу ойошторған тәрбиәселәргә, өлкән педагогка рәхмәт!