-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Ғинуар , 13:34

Синыфыбыҙ менән уҡыйбыҙ!

Һаумыһығыҙ, “Йәншишмә”лә эшләгән апай-ағайҙар! Мин V синыф уҡыусыһы Самира Әсфәндиәрова булам.

Синыфыбыҙ менән уҡыйбыҙ!
Синыфыбыҙ менән уҡыйбыҙ!

Миәкә районы Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында йәшәйем. Беҙ ғаиләлә 5 кеше. Диана апайым менән Искәндәр ағайым Өфөлә йәшәй. Диана апайым элек “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе лә булған икән. Әле Яңы йылға ул миңә “Йәншишмә” гә подписка бүләк итте. Әсәйем дә бығаса яҙылып тора ине. Ләкин үҙеңә гәзитте бүләк итһәләр, бигерәк шатлыҡлы икән.

Беҙ синыфыбыҙ менән "Йәншишмә"не яратып уҡыйбыҙ. Уҡытыусыбыҙ Люциә Хәйҙәр ҡыҙы беҙҙән синыф сәғәтендә "Йәншишмә"лә сыҡҡан яңылыҡтарҙы һорай, һөйләтә. Ул миңә квитанция күсермәһен “Яҙыл да бүләк от!” уйынына ебәрергә тәҡдим итте. Яҡшы хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ!

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас