-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
26 Ғинуар , 17:35

Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!

Бына, ниһайәт, бөтәгеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көткән «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған «Яҙыл да бүләк от!»  уйынына йомғаҡ яһалды.

Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!
Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!

Беләһегеҙме, дуҫтар, беҙҙең редакцияға Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан бик етди шайморатовсылар синыфы килеп ҡайтты. Әле ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, улар редакциябыҙ ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға хаттар ҙа яҙҙы. Шулай уҡ «Йәншишмә»гә 2026 йылдың беренсҽ ярты йылына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәреүҙә ҡатнашып, әүҙем генә уйындағы еңеүселәрҙе билдәләп тә ҡуйҙылар.

Ҡотлайбыҙ бар бүләк отоусыларҙы! 

Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!

(Ошо хаҡта тулыһынса мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.)

Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.

Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!
Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!
Сәпит Бөрйәндәге игеҙәк ҡыҙҙарға эләкте!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас