Улар билдәләнгән көндө дәррәү, күңелле генә килеп инде, хатта бүлмәләребеҙ яҡтырып, тирә-яҡҡа йылы нур таралғандай тойолдо. Был уҡыусылар бар яҡтан өлгөлө, уҡыуҙары яҡшы, төрлө бәйге еңеүселәре – барыһына ла һоҡланырлыҡ! Араларында думбырала уйнағандары ла, матур итеп һүрәт төшөрә белгәндәре лә, спорт менән дуҫ булғандары ла, хатта миҙал менән бүләкләнгәндәре лә бар ине. Үҙҙәренең ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, иң беренсе улар редакциябыҙ ойошторған «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнашып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға хаттар яҙҙы. Әйткәндәй, был VII «Б» синыфы ҡыҙҙары хаҡында «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабында ла телгә алынғайны. Улар һалдаттарға хаттар яҙып, һүрәт төшөрөп ебәргәйне. Был изге эште башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әнүәр ҡыҙы Искәндәрова ойошторғайны. Әле лә ҡыҙҙар үҙҙәренең йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткереп, һалдат ағайҙарҙың тиҙерәк еңеү яулап, һау-сәләмәт ҡайтыуҙарын теләп йөкмәткеле хат яҙҙы. Әүҙем шайморатовсылар гәзитебеҙҙең матур йолаһы булған «Яҙыл да бүләк от!» уйынындағы еңеүселәрҙе «һә» тигәнсе билдәләп тә ҡуйҙы. Һәр береһе серле тоҡтан берәр конвертты тартып сығарып, 8 бүләктең дә эйәһен тапты. Уйынды иң беренсе булып Милена Зиязова башлап ебәрҙе. Ул кемде бәхетле итер икән? Тулҡынланып көтәбеҙ. Милена портатив колонка эйәһе – Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенән Зөлхизә Аралбаеваның квитанция күсермәһен тартып сығарҙы. Артабан шундай уҡ тағы бер бүләктең хужаһы билдәләнде – Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, йәш хәбәрсебеҙ Алтынай Урманшина. Смартфон өсөн күсмә аккумулятор Ҡырмыҫҡалы районы Сахай мәктәбенән Сулпан Байназароваға эләкһә, дүртенсе бүләгебеҙ – сымһыҙ ҡолаҡсын – Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәбенән Эльвина Торопҡоловаға тәтене. Бишенсе приз кемгә булыр? Уныһы ла асыҡланды. Караокелы микрофон Өфөләге республика инженер интернат-лицейы уҡыусыһы Хәсән Ҡунысбаевҡа ине. Ә «Ми-ми-мишки» төнгө өҫтәл яҡтыртҡысын Бөрйән районы Исламбай мәктәбе уҡыусыһы Рүзидә Шакирова отто. Уйыныбыҙ ҡыҙҙы ғына! Тағы ике приз хужаһын билдәләргә кәрәк. Радиоуятҡыс Бөрйән районы Байназар мәктәбенән йәш хәбәрсебеҙ Диана Теләүсинаға булһа, смарт-сәғәт – йәнә Аҡъярҙағы 3-сө күп профилле полилингваль мәктәптән Эльзар Туғыҙбаевҡа! Әйткәндәй, был белем усағынан V «А» синыфы уҡыусыларының егерме һигеҙе лә гәзитебеҙгә яҙылғайны. Ә төп приз – 21 тиҙлекле велосипед кемгә эләктеме? Бүләк эйәһен был юлы 140-сы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Әнүәр ҡыҙы билдәләне. Ул серле тоҡтан Бөрйән районы Исламбай мәктәбенең игеҙәк уҡыусылары Әлфинә менән Гөлфинә Ғәлиуллиналар исеменә яҙылған квитанция күсермәһен тартып сығарҙы. Шулай итеп, сәпитебеҙ Бөрйән районына юллана! Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.