Ул – миңә яҙышыр өсөн ижад майҙаны, мәҡәләләрем баҫылып тора. Редакция үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашам. «Йәш хәбәрсе» исемен алыуым мине дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙе.
Яратҡан гәзитем 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәргәйне. Унда ҡатнашып мин дә бүләк оттом. Быға нисек шатланғанымды күрһәгеҙ! Бүләкте әсәйем, һеңлем менән үҙебеҙ барып алдыҡ. Редакцияла эшләгән ағай-апайҙарға ҙур рәхмәт. Һеҙгә уңыштар теләйем.
Алтынай УРМАНШИНА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.