Гәзиттең һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай инем. Тырышлығым, әүҙемлегем бушҡа булманы. 2019 йылда «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе исемен алдым. Дәртләнеп киттем. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Хәйерле иртә» тапшырыуында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Бәләкәйҙән бейергә, йырларға һәм төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға әүәҫмен. «Ирәмәл» бейеү ансамблендә ун йыл шөғөлләндем, вокал, думбыра, ҡурай, ҡумыҙ дәрестәренә йөрөнөм. «Байыҡ», «Сулпылар» телевизион конкурстарында һынау тоттом. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда йыр-моң һөйөүсе балалар йәшәй, үҙебеҙҙә «Йондоҙҙар» һәм «Наҙлыҡай» бейеү төркөмдәре эшләй. Етәкселәре Розалиә Азамат ҡыҙы менән төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулайҙар. Ауылда матур концерттар ҙа булып тора.
Мәктәптә яҡшы уҡығас, «Йыл уҡыусыһы» исеменә лә лайыҡ булдым әле. Йәйге каникулымда 21 көн рәхәтләнеп «Йәйләү» лагерында ял иттем. Әлеге ваҡытта мин – студент: Белорет ҡалаһындағы медицина колледжында белем алам. Һаман да гәзитте яратып уҡыйым. Рәхмәт, «Йәншишмә»м, тәүге аҙымдарым өсөн!
Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.