-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Февраль , 09:20

Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!

"Йәншишмә" балалар һәм үҫмерҙәр гәзите сыға башлауға 96 йыл бөгөн! Фотола баҫманың тәүге һанын күрәһегеҙ. 

Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!

Гәзит бөгөн дә сағыу, уҡымлы булып сыға, беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, бының өсөн күп көс һалабыҙ. Әлбиттә, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, һеҙһеҙ ҙә гәзит булмаҫ ине.

Байрам уңайынан былтыр баҫылған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

Дуҫтар, һеҙҙең ҡулығыҙҙағы сағыу, матур гәзит уҡыусыларға ваҡытында барып етһен өсөн күп көс һалына. Редакцияла эш гөрләп тора. Хәбәрселәр төрлө сараларға йөрөй, яҙа, һеҙҙән килгән хаттарҙы уҡый, тикшерә, яуап бирә. Мәҡәләләр менән бергә ебәрелгән фотоларҙан тегеһе йәки быныһы һайлап алына. Улар матур ғына итеп гәзит битенә «инеп ултыра». Номерҙы тапшырыр алдынан буласаҡ һан ҡабат-ҡабат тикшерелә. Әйҙәгеҙ, редакцияға сәйәхәткә бергәләп барайыҡ!

Мирсәйет ЮНЫСОВ – Хәйбулла районы Бәләкәй Әбеш ауылынан. 1986 йылдан бүлек хәбәрсеһе, мөдире, яуап­лы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1997 йылдан – «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире.
– Һеҙ бына 4 тиҫтә йылға яҡын бер урында эшләйһегеҙ. Гәзиткә килгән ваҡытығыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Минең редакцияға ҡыйыуһыҙ ғына атлап килеп инеүемә 39 йыл тула. Ул ваҡытта «Башҡортостан пионеры»нда Әлфинур Вәхитова, Рәмил Йәнбәков, Зөһрә Ҡотлогилдина, Тамара Юлдашева, Йомабикә Ильясова, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Зөбәржәт Миңлебаева кеүек апайҙар, ағайҙар эшләй ине. Үҙемде йылы, ихлас ҡаршыланылар, һәр саҡ ярҙамдарын тойҙом, кәңәштәрен алдым. Бигерәк тә һәр һүҙеңә яуаплы ҡарарға өйрәткән талапсан Рәмил Йәнбәков һәм Зөһрә Ҡотлогилдина «мәктәптәре»н үтеүем менән ғорурланам. Уларҙан күп нәмәгә өйрәндем.
Гәзитебеҙҙең тарихына күҙ һалһаҡ, уның хәҙер «Йәншишмә» тип аталыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Үлемһеҙ «Урал батыр» эпосындағы Тереһыу сығанағы кеүек ул һаман да мәңге ҡоромаҫ, саф һыулы ижад шишмәһе булып ҡала. Исеме үҙгәрһә лә, үҙ йөҙөн, йолаларын һаҡлап килә, уҡыусылар өсөн ижад майҙаны булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта замандан артта ҡалмаҫҡа ла тырыша.
Ғүмеремде мин дә балалар матбуғатына арнаным. Хәҙер үҙемде «Йәншишмә»нән башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Китап, гәзит-журнал уҡыусылар кәмей барһа ла, үҙебеҙҙең «Йәншишмә»нең киләсәгенә ышанам. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА – Учалы районы Ташҡыя ауылынан. Гәзиткә 2023 йылда хәбәрсе булып килһә, 2024 йылдан яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара.
– Яуаплы сәркәтип нимә менән шөғөлләнә? Ул да, хәбәрселәр кеүек, яҙа белергә тейешме?
– Әлбиттә. Сөнки уҡыусыларҙан килгән хаттар, хәбәрселәрҙең мәҡәләләре, тәү сиратта, яуаплы сәркәтип аша үтә. Балалар ебәргән һүрәттәр, мәҡәләләр, яңылыҡтарҙың ҡай­һыһын гәзиткә бирергә, ҡай­һыһын тиҙ арала сайт­ҡа ҡуйып ебәрергә икәнлеген хәл итә ул. Ә ҡайһы бер яҙмалар гәзит би­тендә бөтөнләй донъя күрмәүе лә бар.
Бынан тыш, редакцияның сит күҙ­ҙәргә күренмәгән документ эштәрен, отчёттарын да яуап­лы сәркәтип башҡара.
Үҙем бәләкәйҙән яҙыштым. Быға атай-әсәйемдең күпләп гәзит-журнал алдырыуы ла булышлыҡ иткәндер. Интернет юҡ заман, уларҙы яратып уҡый торғайныҡ. Шиғыр, һүрәт, мәҡәләләрем төрлө гәзиттәрҙә донъя күрә килде. Үҙем 2003 йылда «Йән­шишмә»нең 295-се һанлы йәш хәбәрсеһе булдым. Шуға бәләкәйҙән үк, журналист булам, тип хыялланып үҫтем. Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Бер-ике йыл уның «Тулҡын» гәзитен етәкләнем. Беренсе курстан уҡ редакцияға килеп, журналист апай-ағайҙар менән яҡындан танышып алдым һәм төрлө гәзиттәрҙә әүҙем генә яҙышыуымды дауам иттем. Етмәһә, гонорар ҙа түләй башланылар. Шулай ҙа уҡып бөткәс, тәүҙә – балалар баҡсаһында, һуңынан мәктәптә эшләп алырға тура килде. Әле хыялым тормошҡа ашыуым менән бәхетлемен.


Зөһрә ХӘКИМОВА – Баймаҡ районы Аҡтау ауылынан. 1994 йылдан – корректор, 2019 йылдан – хаттар бүлеге хәбәрсеһе.
– Һеҙ төрлө рубрикалар уйлап сығараһығыҙ, конкурстар ойоштораһығыҙ. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында яҙыл­ған мәҡәләләрҙе берләштергән акция идеяһы нисек тыуҙы?
– Гәзитебеҙҙе нисек тағы ла уҡымлыраҡ итергә, ниндәй конкурстар ойошторорға икән, тип гел уйланам. Мәҫәлән, йыл һайын үткәрелгән «Беренсе синыф­ҡа барам» конкурсында балалар ихлас ҡатнаша, гәзиткә лә яҙылып ҡала. «Элекке йәш хәбәрселәрҙән гәзит-бүләк», «Йәншишмә»-бүләк – изгелек кәштәһе» рубрикалары подписка барышында ныҡ ярҙамға килә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында һүрәттәр конкурсы ойошторғайныҡ. Ижади эштәр шул тиклем күп килде. Улар 500-ҙән ашып китте! Әлбиттә, бындай ва­ҡытта уҡы­тыу­сылар менән бергә эшләү отош­ло. Ошо урын­да республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын маҡтап китер инем.
«Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында» акцияһын башлау уйы бер яугир менән һөйләшкәндән һуң тыуҙы. Төрлө милләт һалдаттары – башҡорт, татар, урыҫ, удмурт, сыуаш, мариҙар менән осрашырға тура килде. Геройҙарымдың милләте төрлө-төрлө, әммә уй-маҡсаттары, выждан ҡушыу­ҙары бер – Ватанды һаҡлау. Махсус хәрби операцияла Башҡортостандан бик күп илһөйәр, ҡыйыу егеттәребеҙ ҡатнаша. Уларҙың исемдәре лә тарих биттәрендә алтын хәреф менән уйылырға тейеш. Шуға ла ошо яугирҙарыбыҙ хаҡында яҙырға булдым. Әлбиттә, барҙың да яҙып алып ҡайттың түгел. Ваҡытың менән иҫәпләшмәйенсә, алыҫ районға ла сығырға, әгәр яугир ялға ҡайтһа, уны осратырға һәм дөрөҫ кенә әңгәмә ҡорорға кәрәк. Улар һөйләгәнде йөрәгең аша үткәреүе лә еңелдән түгел.
Быйыл акцияны икенсе исем менән дауам итергә булдыҡ. «Ил һаҡларға яуға китте...» тип атала ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин әңгәмәләшкән, үҙҙәре хаҡында мәҡәләләр ташҡа баҫылып өлгөрмәгән ҡайһы бер батырҙарыбыҙ һәләк булған йә хәбәрһеҙ юғалған...

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА – Бөрйән районы Яуымбай ауылынан. Редакцияла 1989 йылдан алып эшләй, мәктәп тормошо бүлеге хәбәрсеһе.
– Һеҙҙе инде гәзиттең ветераны тиергә лә була. Республиканың нисә районында булдығыҙ? Ниндәй темаларҙы яҡтыртыуҙы яҡыныраҡ күрәһегеҙ? Иҫтә ҡалырлыҡ командировкалар, интервьюлар булдымы?
– Редакцияла 35 йыл хәбәрсе булып эшләү дәүерендә күп район-ҡалаларҙа командировкала булырға яҙҙы. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәре тәбиғәтенә һоҡланыу бәхете тейҙе. Шулай ҙа Урал аръяғында бер ҙә булмағанмын икән, сөнки алыҫ райондар­ға оҙайлы командировкаға күберәк егеттәр сыға торғайны. Ниндәй генә темаларға яҙырға тура килмәне: һүрәтләмә, аналитик мәҡәлә, интервью, репортаждар... Бер мәл проблемалы мәҡәләләр яҙыуға әүәҫләнеп киттем. Балаларға пособие бирмәй башлаған заманда бер ғаиләгә шуны юллашып, район хакимиәтенә барып йөрөгәнем һаман иҫтә. Полицияның балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән рейдтарға ла сыҡтыҡ.
Оҙаҡ йылдар баҫмабыҙҙа хеҙмәт иткән фотохәбәрсебеҙ Игорь Киняпин менән эшләүе еңел була торғайны. Бер ваҡыт Өфөгә яҡын бер райондағы мәктәптә уҡыған баланың өләсәһе мөрәжәғәт итте. Ауыл мәктәбенә йылы бирмәйҙәр икән, сөнки ваҡытында түләмәгәндәр, кабинеттарҙа электр йылытҡыстары ҡуйып уҡыйҙар, ә был хәүефле. Барҙыҡ, балалар, ысынлап та, дәрестә өшөп, өҫкө кейемдә ултыра. Тәнҡит мәҡәләһен баҫтырып өлгөрмәнек, сөнки район хакимиәтенән шылтыратып, баш мөхәррир менән һөйләшкәндәр. Мәҡәләне сығармағыҙ, мәсьәләне хәл итәбеҙ, тип вәғәҙә иткәндәр, әллә күпме гәзиткә яҙылғандар. Матбуғат һүҙе көслө булған!
Әлбиттә, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар етерлек булды. Һәләтле балалар тураһында күп яҙылды. Күптәре бөгөн танылған шәхестәр булып китте. Билдәле кешеләрҙән дә интервью алырға тура килде. Ҙур вазифа биләүҙәренә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, балалар гәзитенә иғтибар биреүҙәренә рәхмәтлемен.

Римма БАЙМЫРҘИНА – Ейәнсура районы Мәзит ауылынан. 2024 йылда гәзиткә хәбәрсе булып килде.
– Һеҙ оҙаҡ ҡына уҡытыусы йөгөн тартҡанһығыҙ. Педагог булыу әлеге эшегеҙҙә ярҙам итәме?
– «Йәншишмә»ләге ижади мөхит менән уҡытыусылыҡ эше бер-береһенә ныҡ бәйле. «Осҡон» район гәзитендә эшләп алғас, мин Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияға уҡытырға барҙым. Директор урынбаҫары вазифаһын башҡар­ҙым, дәрестәр теҙмәһе төҙөнөм, түңәрәк тә алып барҙым, Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүсе, методик берекмә етәксеһе урынбаҫары – ҡыҫҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эш баш­ҡарылды. Шуның араһында төрлө конкурс­тар, олимпиадалар, асыҡ дәрестәр... Уҡытыусы бар яҡтан да өлгөр ҙә, уҡыу­сыһы өсөн өлгө лә булырға тейеш. Балалар менән ижадҡа ла ваҡыт таба инек. «Йәш хәбәрсе» исемен алыусылар ҙа булды. Бер нисә йылдан кире гәзит эшенә ҡайттым. Әхирәтем әйтмешләй, «Һәр кем уҡып сыҡҡан һөнәре буйынса эшләһен ине ул». Бына мин хәҙер – «Йәншишмә»лә.
Матбуғат көсө, һүҙ көсө һәр саҡ булды һәм буласаҡ. Мәктәптән килгән кеше булараҡ еңел: берҙән, уҡыусыларҙы нимә ҡыҙыҡһындырғанын беләһең, балалар донъяһы миңә яҡын. Икенсенән, уҡытыусылар менән дә бәйләнеште өҙмәйем, улар – минең төп таянысым. Республикабыҙҙа ижади, һәләтле уҡытыусыларыбыҙ күп булыуына ҡыуанам.

Диана ЛАТИПОВА – Өфө ҡалаһынан. 2024 йылдан вёрсткалаусы инженер булып эшләй.
– Вёрсткалаусы инженер – һирәк һөнәр, улар республикабыҙ баҫмаларында етеңкерәмәй. Ни өсөн тап ошо өлкәне һайланығыҙ? Балалар гәзитен һәм ололар өсөн баҫманы вёрсткалау айырыламы?
– Һүрәт төшөрөргә яратыуым мине дизайн колледжына алып килде. Артабан белемемде нығытып, яңынан-яңы программалар өйрәндем. Гәзит-журнал полосаларын «төҙөү» бигерәк ҡыҙыҡ ул!
Балалар гәзитендә эшләү яңы офоҡтар аса. Тексты һәм фотоны рәсми баҫмаларҙағы кеүек тигеҙ һәм ғәҙәти урынлаштырмайһың, ә фантазияңа урын бирәһең. Фотолар, һүрәттәр үҙенә килешеп кенә торған урынын таба. Һәр бит сағыу, мауыҡтырғыс килеп сыҡһын өсөн дә күп көс һалаһың. Кескәйҙәр өсөн ҙур шрифт, төрлө төҫтәр, биҙәлеш ҡулланыу кәрәк. Башҡа баҫмалар­ҙағы кеүек сиктәр булмауы оҡшай миңә!

Ә гәзит биттәрен 1996 йылдан балаларса матур һүрәттәре менән редакциябыҙҙың рәссамы Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА апайығыҙ (Баймаҡ районы, Байыш ауылы) биҙәй. Тағы бер хәбәрсебеҙ Юлиә КИРӘЕВА (Әлшәй районы, Тәүәтәй ауылы) гәзитебеҙҙә 2014 йылдан алып эшләй, әле – декрет ялында, өс бала әсәһе.

Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Ә бөгөн - беҙҙең тыуған көнөбөҙ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас