Бына Өфөләге 108-се мәктәп уҡыусыларына ла туған башҡорт теле дәресендә "Йәншишмә" ярҙам итә. Күнегеүҙәр рәүешендә темаға яраҡлы төрлө миҫалдар эҙләйҙәр икән. Ул ғына түгел, гәзиттең рубрикалары менән танышабыҙ, яңылыҡтар уҡып беләбеҙ, ти уҡытыусы Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы Иштәкбаева. Үҙҙәре лә хәбәрҙәр ебәргәндәре бар.