«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында

Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылындағы балалар баксаһына йөрөүсе кескәйҙәр шат. Бөгөн тәрбиәсе апайҙары Нәилә Йосопова «Йәншишмә» гәзитен алып килгән бит!

«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында
«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында

– Ошо гәзиттән минең ҡыҙым Сөмбөлдөң беренсе аҙымдары башланды, – тине Наилә Вафир ҡыҙы.

– Беҙҙең һымаҡ балалар өсөн икән ул гәзит. Рәхәтләнеп уҡыныҡ, һүрәттәрен ҡараныҡ. Бик шәп баҫма! – ти кескәйҙәр. – Сайтта ла күргәйнек: беҙ ҡошсоҡтарға элгән тағараҡтың фотоһын ҡуйғандар. Эй матур торабыҙ, бер-беребеҙҙе күреп ҡыуанышып көлөштөк. Киләсәктә беҙ ҙә яҙылырбыҙ, уҡырбыҙ!

 

Айгүзәл ЙОСОПОВА.

Учалы районы.

«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында
«Йәншишмә» – балалар баҡсаһында
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас