

Малай мәктәбе уҡыусылары менән Әлшәй районында танышҡайныҡ. Улар үҙҙәренең театр студияһы менән конкурсҡа килгәйне. Хәҙер үҙҙәренә барып, яҡынданыраҡ танышыу бәхете тейҙе. Мәктәптә 21 бала белем ала. Яңы бина йылы, уңайлы, рәхәтләнеп уҡы ғына. Балалар менән гәзитебеҙ хаҡында һөйләштек, улар мәктәп менән яҙылырға, һүрәт, мәҡәлә, шиғырҙарын ебәреп торорға вәғәҙә бирҙе.
Ә Сахай мәктәбенә етенселә уҡыусы Сулпан Байназароваға бүләген тапшырыу өсөн индек. Ул бигерәк даланлы ҡыҙ булып сыҡты бит! Гәзиткә яҙылып, былтыр музыкаль колонка отҡайны. Быйыл йәнә уңыш йылмайҙы - Сулпан портатив колонка эйәһе булды. Ул үҙе әүҙем, беҙгә һүрәттәрен ебәреп тора, рәсем төшөрөргә ныҡ оҫта.
Был мәктәптәрҙә дуҫтарыбыҙ артыуын теләйбеҙ. Бергә булайыҡ, милли баҫмабыҙҙы уҡыйыҡ!