

Уҡытыусылар Гөлнара Рәис ҡыҙы, Елена Наил ҡыҙы, Лилиә Рәфҡәт ҡыҙы балаларҙы бөтә сараларҙа ҡатнаштырырға тырыша. Әле "Йәншишмә" гәзите менән яҡындан таныштырыу маҡсатын ҡуйғандар. Баҫманы алдыралар, хәҙер үҙҙәренең ижад емештәрен ебәреп торорға иҫәптәре.
"Урал батыр" эпосына арналған асыҡ дәрестә балалар төрлө һынауҙар аша үтеп, Йәншишмәгә юлды тапты. Аҙаҡтан инде үҙебеҙ гәзит хаҡында һөйләнек. Һорауҙар яуҙырҙылар ғына. Мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый, беҙҙең баҫма менән ҡыҙыҡһындылар.
Осрашыу хаҡында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.