

Ниһәйәт, гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов үҙе мәктәбебеҙгә килеп, Гүзәлиәгә йәш хәбәрсе танытмаһын тапшырҙы. Мирсәйет Ғүмәр улы бындай танытманың мөһим роль уйнауын , гәзиттең әллә күпме хәбәрселәр әҙерләп, уларҙың журналист һөнәренә эйә булып, хәҙерге көндә төрлө урындарҙа хеҙмәт итеүҙәрен һөйләне. Гүзәлиәгә алмаш үҡыусылар - Зилиә Хажина менән Рәхимйән Ғәлиуллингә лә әүҙем яҙышып тороуҙарын, ижади эштәрен ебәреүҙәрен теләне. Шулай уҡ уҡыусыларҙы балалар матбуғатынан айырылмаҫҡа, гәзиттең тоғро дуҫтары булырға саҡырҙы. Ә инде яҙыша башлағандарға матур теләктәрен еткереп, гәзиткә яҙылырға өндәне.
Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.