

Тиҙҙән «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла башлана! Төп приз — велосипед! Был юлы ул кемгә эләгер икән? Тағы ла ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ. Был уйында ҡатнашыу өсөн гәзиткә 6 айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү етә.
Гәзитебеҙгә бер айға яҙылыу хаҡы — 125 һум, ярты йылға — 750 һум. Индексыбыҙ — П2765.
Бүләген дә оторһоң
Һыуһынды ҡандырыу өсөн
Һыу эскәндәй шишмәнән,
Рухи аҙыҡты балалар
Алалар «Йәншишмә»нән.
Башынан аҙағынаса
Уҡымлы һәр бер бите,
Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең
Ул – яратҡан гәзите.
Аң-белем, тәрбиә бирә
«Йәншишмә» ҡыҙ, улдарға:
«Киләсәк һинән башлана,
Ул, – ти, – һеҙҙең ҡулдарҙа».
«Тарих биттәре»ндә беҙгә
Һөйләй илдең үткәнен.
Аңлата «Һөнәре барҙың
Ҡәҙере бар» икәнен...
Йәш үҫмерҙәрҙең тормошо
Бар яҡлап та сағыла:
Хатта ҡыҙҙар, егеттәрҙең
Иләҫ-миләҫ сағы ла.
Ә «Тирмәкәй» махсус битен
Үҙ итә бала-саға –
Башланғыс синыфтыҡылар,
Йөрөүселәр баҡсаға.
Бик тә ҡыҙыҡлы, файҙалы
Биттәр күп ул тағы ла...
«Тәбиғәт бите», «Тәнәфес»,
«Ғаилә усағы» ла.
Буласаҡ таланттар ҙа
«Йәншишмә»лә асыла.
Унда шиғыр, хикәйәләр,
Һүрәттәре баҫыла.
Йыл әйләнәһенә төрлө
Бәйгеләр уҙып тора.
Һәр береһендә «Йәншишмә»
Шәп бүләктәр оттора.
Редакцияла эшләгән
Ағайҙар һәм апайҙар,
Замананан артта ҡалмай,
Һеҙҙең менән атлайҙар.
Алдырмаған булһаң, яҙыл –
Бер һүҙһеҙ, яратырһың.
Мотлаҡ уйынында ҡатнаш –
Бүләген дә оторһоң...
Ә бүләктәр шундай затлы,
Һоҡланып торорлоҡ бит!
Иң төп приз – ниндәй яҡшы,
Күп тиҙлекле шәп сәпит!
Юлдаш ӘХТӘМОВ,
«Йәншишмә» гәзитенең ветеран-журналисы.