

Ун көнлөк ваҡытында «Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 109 һум 44 тин, ярты йылға – 656 һум 54 тин. Индексыбыҙ – П2765.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле уҡытыусылар, милләттәштәр! Һеҙҙән ярҙам кәрәк. Балаларығыҙға «Йәншишмә» яҙҙырһағыҙ ине. Гәзиткә яҙылыу өсөн хәҙер почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына булһын. Смартфон йә планшет ярҙамында ошо QR-кодты сканерлап, килеп сыҡҡан адрес буйынса инергә лә подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Беҙ гәзиткә 6 айға яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да иғлан иттек. Унда ҡатнашыу өсөн яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү етә. Ә бүләктәр шәп! Портатив колонкалар, телефонға күсермәле аккумулятор, сымһыҙ ҡолаҡсын, өҫтәл яҡтыртҡысы... Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед!
Әгәр ҙә гәзиттең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзан: ярты йылға ни бары 462 һум ғына! Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!