

Өс ай буйына ниҙәр башҡарасаҡһығыҙ, ҡайҙарҙа булырһығыҙ? Ниндәй мажараларға тарынығыҙ? Шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡлы хәлдәргә осранығыҙмы? Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үткәреүегеҙ тураһында матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Сифатлы фотолар һалырға ла онотмағыҙ.
Бәйгебеҙ 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Иң-иңдәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Дуҫтар, һеҙҙән йөкмәткеле хаттар көтәбеҙ!