

Оҫта ҡуллы Саимә Дамир ҡыҙы изгелек акцияларынан да ситтә ҡалмай. Бына бөгөн ул үҙе ҡасандыр тамамлаған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына 10 дана “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырҙы.
Рәхмәт, Саимә Дамир ҡыҙы! Туған гимназияғыҙға матур бүләк эшләнегеҙ! Һеҙҙән башҡалар ҙа өлгө алһын ине.