+19 °С
Ясно
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Августа , 08:03

Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе

Республикабыҙҙың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» гәзите — ул ябай ғына баҫма түгел, ә меңләгән баланың күңел донъяһын байытыусы, уларҙы ижадҡа дәртләндереүсе оло бер мәктәп.

Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙеУҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе

Был гәзиттең көсө — уның тоғро дуҫтарында, йәғни уҡыусыларында, хәбәрселәрендә һәм, әлбиттә, йәш быуынды рухи яҡтан үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән авторҙарында.
Гәзиттә мәҡәләләре менән йыш ҡына сығыш яһаған авторҙар араһында Илеш районының Түбәнге Йәркәй лицейы уҡытыусыһы Лариса Сәхибгәрәйеваның да булыуы осраҡлы түгел. Ул бер юлы ике изге миссияны намыҫ менән башҡара: мәктәптә балаларға туған тел серҙәрен аса һәм ҡәләм тирбәтеп, ауыл мәктәбенән ебәргән хәбәрҙәрен гәзит уҡыусылары менән уртаҡлашып тора.
Ларисаның «Йәншишмә» менән дуҫлығы күптән инде уның өсөн ябай мауығыу ғына түгел, ә тормош рәүешенә әйләнгән.  «Башҡортостан пионеры» гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе яратҡан баҫмаһы менән бала саҡтан булған бәйләнешен өҙмәй.

Илеш районының Исәмәт мәктәбенән Лариса Насретдинова исемле ҡыҙҙың яҙмаларын ул саҡтағы йәш хәбәрселәр хәтерләйҙер. Мәктәп уҡыусыһы ғына булһа ла, күптәрҙе уйландырырлыҡ темалар табып, тирә-яҡтағы ваҡиғаларға, кешеләрҙең яҙмышына һәм донъяның төп һорауҙарына үҙ ҡарашын белдереп, мәҡәләләрен ебәреп тора ине. Өфөгә килеп Йәш хәбәрселәрҙең республика слетында ҡатнашып ҡайтыуын, танылған яҙыусылар менән осрашыуын тағы ла дәртләнеберәк яҙышырға ҡанат ҡуйған ваҡиға, иң иҫтәлекле мәл булды, тип хәтерләй Лариса. Беҙҙең дуҫлығыбыҙ ҙа ошо осорҙан алып дауам итә. Балалар гәзите аша танышып, дуҫлашып, хат алышып торҙоҡ.
Туған телгә, ижадҡа булған һөйөүе уны филолог, әсәһе Фаягөл апай кеүек уҡытыусы һөнәрен һайларға этәргәндер. Лариса Насретдинова Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡып, һөнәр алды. Утыҙ йылдан артыҡ үҙенең туған Исәмәт мәктәбендә балаларға белем бирҙе. Бөгөн ул Түбәнге Йәркәй лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Лариса Рәмил ҡыҙы — талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр балаға шәхес итеп ҡараусы талантлы педагог. Ул белем генә бирмәй, һәр береһенең күңеленә юл табып, уҡыусыларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Дәрестәрен ул ҡоро теорияға ғына ҡороп алып бармай, ә заманса алымдар, ижади эштәр һәм фекер алышыуҙар менән байыта. Нәҡ ошо нескәлектәр баланың телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята ла инде. Былтыр тәжрибәле педагог «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында ла ҡатнашып, көсөн һынап ҡараны.

Белем усағында "Лицей-FM" радиоһын йәнләндереп ебәргән, уҡыусылары менән тапшырыуҙар, яңылыҡтар әҙерләйҙәр.
Лариса Сәхибгәрәйеваның уҡыусылары районда ғына түгел, республика кимәлендә лә төрлө олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа һәм ғилми-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулай, әҙәби конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Был еңеүҙәр артында — остаздың тынғыһыҙ хеҙмәте, тырышлығы һәм һәр уҡыусыһының һәләтен ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеүе ята. Уҡытыусы мәктәбендә күренекле яҙыусылар, шәхестәр менән дә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәрергә ваҡыт таба. Педагогтың фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исем менән баһаланған.

Мөғәллимә үҙе лә балалар гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уҡыусыларында ла ҡәләмгә һөйөү уята: күптәре бөгөн үҙҙәре лә гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙа, ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Ул үҙенең уҡыусыларын гәзит менән дуҫлашырға, ундағы мәҡәләләрҙе уҡырға ғына түгел, ә үҙҙәренең тәүге ижади эштәрен — шиғырҙарын, хикәйәләрен, уй-фекерҙәрен — гәзит биттәрендә баҫтырырға дәртләндерә.
Журналистиканы балаларҙың рухи донъяһын киңәйтеү, уларҙы ижад итеүгә илһамландырыу, фекерләү ҡеүәһен арттырыуҙың бер алымы, тип иҫәпләй. Элекке йәш хәбәрсе ҡасандыр ижадға этәргес биргән балалар баҫмаһының яҙмышы өсөн дә борсолоп, бөгөн Илеш районыныда «Йәншишмә»нең тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә.
Лариса Рәмил ҡыҙы кеүек фиҙакәр уҡытыусылар булғанда, милли матбуғабыҙ йәшәйәсәк, ә туған телебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА,

"Йәшлек" гәзите журналисы.

Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Уҡытыусы ла, хәбәрсе лә үҙе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас