

Айгөл IX «А» синыфында белем ала. «Бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Халыҡ бейеүҙәре менән ихлас шөғөлләнә: «Дарман» ансамбленә йөрөй. Бешеренергә, һүрәт төшөрөргә, әхирәттәренә причёскалар яһарға оҫта икән. Әүҙем, йор һүҙле ҡыҙ беҙҙе лә үҙенең мәҡәләләре менән ҡыуандырып тора, конкурстарыбыҙҙа ҡатнаша. Лайыҡлы уҡыусыбыҙға эләкте велосипед!
Синыфтары менән өлгөлө был туғыҙынсылар. Һеҙ уларҙы «Шаяниум» уйындарында ҡатнашыусылар булараҡ та беләһегеҙҙер әле. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, спорт менән дә шөғөлләнәләр: көрәш, баскетбол, кикбоксинг, бильярд секцияларына йөрөйҙәр. Араларында йыр, бейеү, рәсем, туризм менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ. Алдынғы синыф, тип маҡтап бөтә алмай уларҙы етәкселәре Айрат Фаруҡ улы Мостафин. Йәш һәм талапсан уҡытыусыны балалар ныҡ ярата. Ул математиканан белем бирә, үҙе йырҙар ижад итә һәм йырлай.
Айгөл – етди, һәр эшкә яуаплы ҡараусы ҡыҙ. Ильяс ағаһы һәм Әҙилә һеңлеһе менән бик татыуҙар, өйҙә күмәкләп бар эште башҡарып та ҡуялар. «Айгөл ҡыҙым – минең ҙур ярҙамсым», – тип әсәһе. Ағаһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының сығарылыш синыфы уҡыусыһы булһа, һеңлеһе 102-се гимназияла беренсегә генә төшкән әле. Әсәләре Ләйсән Айҙар ҡыҙы логопед булып эшләй, аталары Айнур Рәфҡәт улы иһә – инженер. Ғаилә менән бергәләп ваҡыт үткәрергә, күмәкләп сәйәхәт итергә яраталар.
Был гимназияла «Йәншишмә»нең дуҫтары күп кенә. Китапханасы апайҙары Илзирә Ришат ҡыҙы Ғарифуллина уларҙы кескәйҙән гәзитебеҙ менән таныштыра башлай. Үҙе лә «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе бит! Хәҙер дуҫтарыбыҙ тағы ла артыр, тип ышанабыҙ.
Автор фотолары.