+11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡта - матур сара

Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө. Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо.

Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара

Был сарала Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Миңлегөл Килмәкова һәм ғаиләләрендә ғөрөф ғәҙәттәрен, телен, рухын һаҡлаған башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Улар - Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтар, ҡыҙҙары Камила, Шәүрә, улдары Морат; Минзилә һәм Илнур Арсланбаевтар, уларҙың ҡыҙҙары- Айгүзәл, Раяна; Айгөл Исхаҡова улы Арслан менән; Гөлиә менән Урал Тотмановтар, уларҙың улдары Нурислам. Шулай уҡ Гүзәлиә Уразбаева  сараның төп биҙәге булды.
Һөйләшеү Гөлшат Рим ҡыҙы һәм Миңлегөл Әүхәҙи ҡыҙының фәһемле фекерҙәренән һәм ҡотлау һүҙҙәренән башланып китте. Артабан һәр ғаилә, әңгәмәгә ҡушылып, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш, ғаилә йолалары, тел мәсьәләләренә туҡталып үтте. Ояһында ни күрә – осҡанда ла шул була, тигәндәй, Арслан Исхаҡов үҙе яҙған шиғырҙы уҡыуы, Айгүзәл Арыҫланованың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, Камила һәм Шәүрә Мәжитоваларҙың музыка ҡоралдарында уйнауы барыһын да һоҡландырҙы.

Гөлиә Радик ҡыҙы үҙе яҙған йырын әсәләргә бағышлап үтте. Һәр ғаилә - татыулыҡ өлгөһө, рухиәт балҡышы булып кисәне йәмләне. Илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Әсҡәт Рәсүл улына бар күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илфат Мөхәрләмовтың (етәксеһе - И.И. Ғәйетбаева) рухлы, дәртле бейеүе көслө алҡыштарға күмелде.

Бик матур һәм йөкмәткеле сара үтте, барыһына ла оҡшаны. 

Сығанаҡ һәм фото: Читающий Баймак

 

Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Баймаҡта - матур сара
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас