Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Матур итеп биҙәлгән иркен залда педагогтар балаларға Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең милли кейемдәре күрһәтеп, уларҙың аш-һыуҙары тураһында ла һөйләне.
Саҡырылған ҡунаҡтар — беҙҙең балалар баҡсаһының күп балалы ғаиләләре үҙҙәре менән таныштырҙы.
Өлгө алырлыҡ, башҡорт рухлы, дәртле, күп балалы Муллагилдиндар ғаиләһе менән һоҡланмау мөмкин түгелдер. Ғаилә башлығы Айгиз Айытбай улы ҡырҙа эшләһә, Гүзәл Нур ҡыҙы балалар баҡсаһында йыр дәрестәре алып барҙы. Әлеге ваҡытта бәләкәй улдары Әғзәм менән өйҙә ултыра.
Динислам улдары III синыфта яҡшы билдәләренә генә уҡый. Ҡурай түңәрәгенә йөрөй, спорт менән дуҫ.
Ҡыҙҙары Айгүзәл һәм Инзилә балалар баҡсаһына йөрөй. Бик талантлы ҡыҙҙар: моңло итеп йырлайҙар, осоп төшөп бейейҙәр. Етмәһә, оҫта итеп шиғыр ҙа һөйләйҙәр. Матур һүрәттәр төшөрәләр, ихлас итеп башҡорт телендә һөйләшәләр. Уларҙың дуҫтары ла бик күп. Икеһе лә ҙур теләк менән бейеү, инглиз теле түңәрәгенә йөрөй. Йәшкә бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, өйҙә лә ҡыҙҙар әсәйҙәренең ҙур ярҙамсылары: һауыт-һаба йыуыша, бүлмәләрҙе йыйыштырыша, ҡустыларын ҡараша. Динислам ағаларының балалар баҫмалары — «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат» журналын ҡысҡырып уҡығанын тыңларға ярата.
Татыу, тырыш Муллагилдиндар ғаиләһенең өйөнән әлегеләй шат балалар тауыштары, күңелле моңдар яңғырап торһон.
Резедә МӨХӘМӘТШИНА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы, тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.