Оло улына — 25, кесе ҡыҙына 1 йәш кенә. Ғаиләлә — 4 ул, 7 ҡыҙ тәрбиәләнә. Фаягөл — 3 ейән-ейәнсәргә өләсәй ҙә!
Абдуллиндар Ермолаево ауылындағы ҙур хужалыҡтарында күпләп ат, һыйыр, ҡош-ҡорт һәм умарта тота. Балалар ҙа кесе йәштән эшкә өйрәнеп үҫә. Шулай уҡ улар спорт һәм төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Иң мөһиме — барыһы ла ғаиләлә туған телдә һөйләшә.
2025 йылда Фаягөл Абдуллина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан «Герой әсә» ордены менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, был юғары исем 10-дан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙға бирелә.
«Ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйенләнеше — әсәй булыу ҙа. Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым», — ти Фаягөл Абдуллина.
Батыр әсәйгә, уның тормош иптәшенә һәм уларҙың ҙур, татыу ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ!
Фото: Ғаилә архивынан.