-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Иштәкбаевтар — өлгөлө ғаилә

 Дуҫтар, һеҙҙе  Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәгән матур һәм өлгөлө ғаилә менән таныштырабыҙ.

Иштәкбаевтар — өлгөлө ғаилә
Иштәкбаевтар — өлгөлө ғаилә

Улар — Гөлнар һәм Фәнис Иштәкбаевтар. Татыу ғаиләлә биш бала үҫә: Элина, Вилнур, игеҙәктәр Динияр менән Данияр һәм Данир. Кинйә Данир балалар баҡсаһына йөрөһә, дүрт бала мәктәптә белем ала. Ғаилә башлығы Фәнис Юлай улы — педагог, Йәнтештә тыуып үҫкән. Ейәнсура  ҡыҙы,  «Һаҡмар» шифаханаһында хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, буласаҡ ҡатыны Гөлнар Рауил ҡыҙы менән 2009 йылда танышалар. Күп тә үтмәй өйләнешеп, гөрләтеп туй яһайҙар. Үҙҙәренең тырышлығы, дәүләт һәм яҡындары ярҙамында үҙ йорттарын һалып сыға Иштәкбаевтар.

Бәхетле ата-әсәнең төп байлыҡтары — уларҙың балалары. Һәр береһенә тигеҙ һөйөү наҙын бүлеп, уларҙы итәғәтле, лайыҡлы итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һала Иштәкбаевтар. Афарин!

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Иштәкбаевтар — өлгөлө ғаилә
Иштәкбаевтар — өлгөлө ғаилә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас