Ҡәҙерле дуҫтар! #ЙәншишмәҘурһәмтатыуғаиләйылы2026Акция хештегы менән еребеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡыйыу яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре һәм ҡәҙерле улдарын юғалтҡан әсәйҙәр хаҡында яҙылған мәҡәләләрегеҙҙе, шиғырҙарығыҙҙы (фотолары менән) беҙгә ебәрегеҙ.
Әйҙәгеҙ, батырҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында яҙайыҡ, үҙҙәрен данлайыҡ!
Акция йыл буйы барасаҡ. Килгән бар мәҡәлә авторҙары редакцияның Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк.
Хаттарығыҙҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә (https://vk.com/club45440006) ебәрегеҙ.
«Онотолмаҫ батыр исеме» акцияһына, тип яҙырға онотмағыҙ, дуҫтар!