Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Регина Камалова алты баланы бер үҙе тәрбиәләй. Тормош иптәше Илдар Рәшит улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булып ҡала. Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә. Йәш әсә балалары хаҡына үҙендә йәшәргә көс таба. Бәләкәй бәпес тә атаһына ныҡ оҡшағас, ирен иҫенә төшөрөп, күңелен бер аҙ тынысландыра...
Һәр әсә балаларын ҡурсалап, матур тәрбиә биреп үҫтерергә теләй. Ирен юғалтҡан Регина ла тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларына күңел наҙын өләшеп, һәр береһенә өлгөлө тәрбиә бирергә ынтыла.
Ғәзиз балаларының иң өлкәне Данил – VI, Гүзәлиә – IV, Денир II синыфта белем ала. Өсөһө лә 1-се Асҡар мәктәбендә уҡый. 6 йәшлек Айгизә менән 3 йәшлек Әмилә балалар баҡсаһына йөрөй. Кинйә малай Илмиргә – 1 йәш. Балаларҙың һәр береһенең яратҡан шөғөлдәре бар. Төрлө түңәрәккә, секцияға йөрөйҙәр. Данил «Лего» конструкторы менән мауыға. Мәктәптә эшләгән түңәрәктә шөғөлләнә. Шул тиклем фантазияһы бай. Үҙе уйлап төрлө әйберҙәр төҙөй икән. Нисек эшләргә күрһәтелгән белешмәне ҡарап та тормай. Ә Гүзәлиә боксты ярата. Үҙе шундай аралашыусан, алсаҡ бала, тиңдәштәре менән дә, өлкәндәр менән дә тиҙ генә уртаҡ тел таба белә. Хатта ағаһына үҙе үҙләштергән бокс алымдарын өйрәтеп ҡуя икән. Денир ағасты көйҙөрөп, төрлө әйбер, һындар эшләргә әүәҫ. Айгизә бейергә ярата, әле түңәрәккә йөрөмәһә лә, өйҙә интернет буйынса ҡарап, үҙенсә төрлө бейеүҙе өйрәнә. Әмилә матур итеп һүрәт төшөрә. Кәүҙәһе үтә һығылмалы, туғыҙ айҙан шпагатҡа ултырырға өйрәнеп алған әле. Әсәһе уны әҙерәк ҙурайғас, гимнастика буйынса секцияға бирергә уйлай.
– Балалар үҙ-ара ныҡ дуҫтар. Мин өйҙә бер аҙ булмайыраҡ торһам, бер-береһен ҡарашып, татыу ғына донъя көтәләр,– ти әсәй кеше.
Регина Илдарҙы осратҡас, бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң бергә донъя көтөргә һүҙ бирешәләр. Тик икеһенең дә беренсе ғаиләнән балалары бар. Регина иренән айырылғас, дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Ә Илдарҙың әсәһендә бер малай үҫә. Шулай йәштәр кәңәшләшеп, ололарҙың фатихаһын алып, бергә йәшәргә була. Камаловтарҙың ғаиләһендә көтөп алған уртаҡ ҡыҙ бала тыуа. Шул көндө үк район үҙәгендә ипотекаға фатир ҙа һатып алалар. Матур һәм иркен фатирҙан кескәйҙәрҙең шат тауыштары өҙөлмәй. «Тормош иптәшем бала күңелле кеше ине. Балаларҙың барыһын да тигеҙ яратты. Улар ҙа «атай» тип өҙөлөп торҙо, донъябыҙ ҙа матур мәлгә сумғайны», – ти Регина моңһоуланып.
Тырыш, эшлекле ғаилә башлығы фатирлы булыу менән ҡәнәғәт булмай, тағы ла үҙе йорт һалып, шунда йәшәргә хыяллана башлай. Ҡулы оҫта булғас, ағастан юнып ниндәй генә һындар эшләмәй ул. Бер ҙә тик тормай, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл була. Саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сыҡһа, яратҡан шөғөлө менән булыша. Илдар Рәшит улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда бер мәл ғаилә башлығы махсус хәрби операцияға барырға йыйыныуын әйтә. Әлбиттә, ҡатыны Регина был һүҙгә ышанмай. Ул иренең яуға йыйыныуына ҡаршы икәнен дә әйтеп ҡуя. Артабан был хаҡта һөйләшеү булмай. Тик ир кеше әйткән һүҙендә ҡала. Ул ҡатынына белдермәй медицина тикшеренеүе үтә. 2024 йылдың сентябрь айында, эшкә барам, тип юлға ҡуҙғала. Ике көндән Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юлланыуын телефон аша ғына хәбәр итә. Тыуған илен яратҡан атайҙы хатта тыуасаҡ сабыйы тураһындағы ҡыуаныслы хәбәр ҙә туҡтатмай. Ул: «Тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ әле!» – ти.
Әлбиттә, яуға барғас, ҡатынына әйтмәй киткән өсөн һалдатҡа командирынан ныҡ ҡына эләгә. Илдар телефон аша ҡатынынан ғәфү үтенә. Шулай итеп, «Башай» позывнойлы яугир Курск йүнәлешендә ҙур йөк машинаһында боеприпастар, һалдаттарға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек ташый башлай. Ә төндәрен өс яугир алмашлап блиндаж һаҡлай.
Бер мәл Регина ҡәҙерле кешеһен һағынып, уның янына барырға була. Үҙе сабыйға йөклө. Ярай әле юлында, бәхетенә күрә, тик яҡшы уйлы кешеләр генә осрай. Барыһы ла ярҙам итә, нисек барырға өйрәтеп ебәрәләр, хатта артыҡ аҡса ла алмайҙар. Шулай хәүефле яҡтарҙа имен-аман йөрөп ҡайта.
— Беҙ осрашһын өсөн уға хеҙмәттәштәре лә ярҙам иткән. Илдар ныҡ арыған ине. Ни бары бер нисә сәғәт бергә булдыҡ. Ул: «Беренсе тапҡыр тыныс йоҡлай алдым», – тигән булды йылмайып. Беҙ ауылдағы бер йортто ҡуртымға алғайныҡ. Таң атыу менән хушлаштыҡ. Аҙаҡ шул йортҡа дрондар һөжүм иткән икән. Ирем шылтыратып был хаҡта әйткәс, ныҡ ҡурҡтым, – ти һуңғы осрашыу мәлдәрен хәтерләп Регина.
Декабрь айында Илдарҙы Рыльск ҡалаһы янына күсерәләр. Ул көн дә ҡатынына шылтыратып, хәлдәрен белешеп тора. Көткән бәпестәре март уртаһында тыуырға тейеш булғас, яугир ҡайтып килер өсөн алдан көн һорай. Командирҙары ике аҙнаға ял бирергә вәғәҙә итә. Был шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс, Регина тынысланып, ирен көтөп йөрөй. Хатта бәпесте ҡаршылағанда бөтәһендә лә бер иш йәшел төҫтәге кейем булырға тейеш, тип сабыйға ла шундай төҫтәге йүргәк-кейем һатып ала. Өйҙә балалар ҙа ҡыуанышып көтә.
– Ул көндө иҫкә төшөрһәм, йөрәгем ауырта башлай, – ти яугир ҡатыны Регина. – 9 март Илдарҙан ҡыҫҡа ғына хәбәр килде. Ул: «Мин бөгөн һуңғы рейсҡа ҡуҙғалдым, ҡайтҡас та шылтыратырмын», – тип яҙҙы. Көн дә хәбәр көтәм, ни эшләргә белмәйем... Күпме яҡшы яңылыҡ көтһәм дә, башҡа шылтыратыу булманы… Шунда уҡ күңелем һиҙҙе, дуҫына ла, командирға ла, замполитҡа ла шылтыраттым. Тик береһе лә бер ни әйтмәне... Уларҙың ике ай буйы үҙҙәренә блиндаж төҙөүен белдем. Уны һаҡлап дежур ҙа итәләр, төҙөлөштө лә туҡтатмайҙар. Илдарым ул блиндажда ни бары бер төн генә йоҡлап өлгөрә…
Илдар яугир яуҙаштары менән фураһына боеприпас, 200 литр яғыулыҡ тейәп рейсҡа сыға. Юлда ҡапыл дрон һөжүме башлана. Машинаға ут ҡаба... Ҡот осҡос шартлау була. Дүрт кешенең өсәүһе ныҡ яралана, тәндәре бешә. Ә руль артындағы Илдар ут эсенән сыға алмай...
– Ирем: «Минең менән берәй хәл була ҡалһа, ҡатыныма ипләп кенә аңлатығыҙ. Ҡапыл хәбәр итмәгеҙ. Тәүҙә сабыйҙы имен-аман тапһын», – тип командирҙарына әйтеп ҡуйған булған. Шуға ла улар һуңлап хәбәр иткәндәр. Әлбиттә, башта уҡ шылтыратыу булмағас, һиҙҙем Илдарымды юғалтҡанымды...
Көткән улыбыҙ 16 март тыуҙы. Уға исемде алдан хеҙмәттәш дуҫы хөрмәтенә һайлап ҡуйғайны. Шуға иремдең аманатын тотоп, улыбыҙға Илмир тип исем ҡуштыҡ. Был хаҡта дуҫына ла хәбәр иттем. Ул ныҡ ҡыуанды, – ти әсә кеше.
Апрелдә иренең һәләк булыуын хәбәр итәләр. Регинаға яугирҙың иптәштәре шылтыратып хәлдең нисек булғанын һөйләй. Шунан документтар йыйып, ДНК тапшырыу кәрәклеге хаҡында ла иҫкәртәләр. Документтарға килгәндә, Регинаға ире алдан нисегерәк эшләргә кәрәклеген аңғартып ҡуйған була. Хатта почта аша анализдары барып етмәгәс, Регина юғалып ҡалмай, тағы юлға сығырға йыйына башлай. Был юлы ул Ростовҡа атаһы, ағаһы һәм бәләкәй бәпесе менән барып, кәрәк документарҙы теүәлләп тапшырып ҡайта. Июнь айында 34 йәшлек яугирҙы тыуған ауылында хөрмәтләп ерләйҙәр. Батыр яугир Илдар Камалов «Нацизмды еңеүгә өлөшө өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ә үлгәндән һуң ҡатынына Батырлыҡ ордены тапшыралар.
Йәш әсә ҡайғынан бөгөлөп төшә, ныҡ бирешә. Ҡулына – эш, тамағына аш бармай, хатта ул 22 килограмға тиклем ябыға. Балалар ҙа бойоғоп, кәйефһеҙләнә. Тауҙай ишелеп төшкән ҡара ҡайғынан Регинаны туғандары ҡурсалап: «Балаларың хаҡына һиңә көслө булырға кәрәк», – тип йыуатып, үҙен ҡулға алырға ярҙам итә. Улар балаларын ҡараша.
Иңенә төшкән ауырлыҡты ихтыяр көсө менән еңеп кенә ҡалмай, ә артабан йәшәргә көс-ҡеүәт табырға, кешеләргә ярҙам, яҡшылыҡ итергә ниәт ҡылыу – ул икеләтә батырлыҡ. Әлеге көндә ҡыйыу ҡатын яугир ире тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә лә көс һала. Тыуған көнөнә ҡарата район үҙәгендә ҙур баннер эшләтеп ҡуйған. Илдар Камалов иҫтәлегенә бағышлап йәйәнән уҡ атыу буйынса район ярышы ойошторола. Регина үҙе лә ирекмәнлек эше менән әүҙем шөғөлләнә.
Беҙҙең бүлмәләге һөйләшеү мәлендә бәләкәй Илмирҙең бер генә мыжыған тауышы сыҡмауы, оло кеше һымаҡ, барыһын аңлағандай, үҙен бик тыныс тотоуы һоҡландырҙы. Тфү-тфү, күҙ теймәһен!
Ил-йортобоҙға тиҙерәк тыныслыҡ килһен инде. Ошо кескәй Илмир кеүек сабыйҙарға бәхетле, тыныс тормошта ғына үҫергә, йәшәргә яҙһын ине.
Зөһрә ХӘКИМОВА.