+11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Өлгөлө ғаилә

Дуҫтар, һеҙҙе Хәйбулла районының Аҡъярҙағы  "Йәйғор" балалар баҡсаһы иғлан иткән "Аҙна ғаиләһе" рубрикаһынанИльясовтар ғаиләһе менән таныштырырға теләйбеҙ.

Өлгөлө ғаилә
Өлгөлө ғаилә

Ғаилә - күңелдәрҙе йылытырлыҡ усаҡ, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашып, көйөнөстәрҙе бергә күтәргән, бер-береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр. Йәмғиәтебеҙ ҙә тап ошондай татыу, өлгөлө ғаиләләргә таяна. Сөнки, ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе.
Ильясовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе 2013 йылда барлыҡҡа килә.
Ғаилә башлығы Ришат Ғәйфулла улы - хәстәрлекле ир, балаларына һөйөклө атай. Ул Хәйбулла районынының 93-сө янғын һүндереү бүлегендә эшләй. Эшендә яуаплы, тырыш, ихтирамға лайыҡлы хеҙмәткәр. Һәр яҡлап өлгөр Ришат Ғәйфулла улы спорт менән шөғөлләнергә ярата, йыр – моңдо ла үҙ итә. Йыл һайын уҙғарылған район саңғы ярыштарында ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Шулай уҡ ир - егеттәр араһында үткән "Алтын микрофон" район вокал бәйгеһенең дә еңеүсеһе.
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы - ғаилә усағын йылытыусы изге күңелле әсәй, уңған ҡатын – ҡыҙ. Ул Аҡъяр үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй. Коллегалары, пациенттары тарафынан ихтирам яулаған Гүзәл Зөфәр ҡыҙы өйөндә лә уңған хужабикә.
Ул ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, сәскәләр үҫтерергә, үҙенең ҙур һәм татыу ғаиләһе өсөн тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләргә ярата.
Ильясовтарҙың иң ҙур байлығы — балалары, уларҙың ғаиләһендә дүрт бала ҡанат нығыта.
Иң өлкәндәре Искәндәр, уға - 12 йәш. Ул Аҡъярҙағы 2-се   мәктәбенең VI синыфында белем ала. Искәндәр спортҡа өҫтөнлөк бирә: саңғы, өҫтәл теннисы, футбол менән ныҡлап шөғөлләнә.Район бәйгеләрендә еңеү яулаған егет, тиҙҙән Пышма ҡалаһында саңғы ярышында “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең данын яҡлайасаҡ.
Лилианаға - 8 йәш, ул да  Аҡъярҙағы 2-се мәктәбендә II синыфта уҡый. Лилиана балалар баҡсаһына йөрөгән саҡта уҡ “Урал батыр” эпосын һөйләп республика бәйгеһендә лауреат исемен яуланы. Әле  лә тырыш ҡыҙ әсәһе – Гүзәл Зөфәр ҡыҙы йөрөгән Аҡъяр сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙсоҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Шулай уҡ йөҙөү, лапта уйындарын үҙ итә.
Асманға - 5 йәш, ул Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһына йөрөй. Шиғырҙар һөйләргә һәм һүрәт төшөрөргә ярата.
Иң бәләкәйҙәре Данирға - бер йәштә һигеҙ ай. Ул өйҙөң йәме булып үҫеп килә.
- “Балаларыбыҙҙы милли рухлы, спорт яратҡан, тормошто яратҡан, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр көндән ләззәт алып йәшәһендәр, тип үҫтерәбеҙ” – ти Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
Ильясовтар ғаиләһе күп ғаиләләр өсөн үрнәк булып тора. Улар үҙ өлгөләрендә тәүәккәл һәм маҡсатҡа ынтылышлы балалар тәрбиәләй. Бер-береһен ҡәҙерләй һәм хөрмәт итә, бергәләп балалар баҡсаһы ойошторған сараларҙа, район бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашалар.
- “Ғаилә ул - изгелек, мәрхәмәтлелек, бер-береңде аңлау, берҙәмлек һәм һәммәһен дә бергә туплаусы көс, иңебеҙҙә мең мәшҡәт булһа ла, халҡыбыҙ рухын дауам итеүсе балалар үҫтереү беҙҙең бурыс” - тигән Илъясовтар ғаиләһенә бәхетле тормош, мөхәббәт емештәре — балалары тик ҡыуаныстар килтерһен, тип теләйбеҙ, —  тип яҙа үҙҙәренең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ.

 

 Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

Өлгөлө ғаилә
Өлгөлө ғаилә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас