Ауыл сиктәрендә барған эстафетаны ҡабул итеп алып, Байраҡаевтар нәҫеле бик матур тамаша күрһәтте. Сығыштары тарихи легенда булып һаҡланған Ғилмияза яҙмышын һүрәтләгән этюд менән башланды.
Байраҡаевтар тоҡомо концерт сығышҡа бик етди әҙерләнгән. Ойошҡанлы был сығыштарҙа йәше, ҡарты, әле ауылда нигеҙләнгән, ситтә торғандар ҙа бик берҙәм, бер ғаилә булып сығыш яһаны. Байраҡаевтар нәҫеле бик ҙур. Ауылда ғына ла бер нисә тамырға тармаҡланған. Байраҡаев Йомағужа ҡарттың вариҫтары хәҙерге көндә ауылдың бер өлөшөн тәшкил итә. Был тоҡом борондан һунарсылыҡ итеү, күпләп йылҡысылыҡ үрсетеү, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре менән айырылып торһа, бөгөнгө көндә лә ата-олатайҙар юлын ҡыуған йүнсел, эшһөйәр халыҡ күңел асырға ла ваҡыт таба. Мәшһүр ҡурайсылары, бейеүселәре, йырсылары булған нәҫел Таһир ауылы халҡын һәм күрше ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарҙың дә күңелен асты. Сығыш яһаған һәр кем оло талантҡа эйә. Өфө ҡалаһында башҡорт дәүләт университетының фән һәм технологиялар бүлегендә уҡыған, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендә ҡурайсы, үҙен оҫта ижадсы итеп танытып өлгөргән Вилдан Байраҡаев Таһир ауылын күтәрер, данлар шәхес булыр әле, тип өмөтәләнбеҙ. Был концертты әҙерләп халыҡ алдына сығарыуға Байраҡаевтар тоҡомоноң шәп, өлгөр, һәр яҡлап уңған килендәре күп көс һалды. Мәрйәм, Миңзәлә, Альбина, Гөлнара, Ләйсән Байраҡаевалар булдыҡлы килендәр генә түгел, сәхнәлә дәртле, оҫта әртистәр икәнлеген дә күрһәтте. Рыҫҡужа, Айытбай, Бикйән, Шәрифйән, Насырйән, Сәлимйән, Тәфтизан, Әхмәтйән, Шәкирйән Байраҡаевтар нәҫеле тамырҙары бер ғаилә булып, матур сығыш яһаны. Быуындар бәйләнеп, олоһо ла, кесеһе лә берҙәй матур сығыш күрһәтте. Өфө ҡалаһынан килгән Байраҡаевтар нәҫеле кейәүе йырсы һәм ҡурайсы, оркестр артисы, ҡурай мәктәбе уҡытыусыһы Вилдан Билал улы Дәүләтбирҙиндың сығышы халыҡ күңелендә ифрат матур тойғолар ҡалдырзы. Оҫта гармунсы ауыл кейәүе Әхмәт Кинйәбулатов концертты музыкаль яҡтан биҙәне. Морат Һәм Айҙар Байраҡаевтар, Зифа Бикҡолова, Гөлкәй Байраҡаева, Илнара Мәжитова үҙҙәрен оҫта драматик әртис итеп тә танытты. Йондоҙ Тәфтизан ҡыҙы, Насырйән ағайҙың балалары Ғөбәйҙә апай, ейәнсәре Ангелина бейеп, Йәнбулат Байраҡаев үҙенең шиғырҙарына яҙылған йырҙар йырлап ишеттерһә, Фәүзиә апай Бикберҙина, Альбина Морат ҡыҙы моңло тауышы менән әсир итте. Зөбәржәт Ураҙбаева, Нурсилә Байраҡаева, Алтынай Байраҡаева, Гөлфиә Ғатауллина айырым бейеүҙәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Мәрйәм, Миңзәлә, Гөлнара, Ләйсән, Фәүзиә, Гөлкәй “Сыбыртҡы”, “Бишбармаҡ” бейеүҙәре менән халыҡтың һөйөүен яуланы. Рыҫҡужа ҡыҙҙары: Айһылыу, Гөлниса, Айгөл, Гөлнара уның ҡыҙы Илнара йыр менән дә, бейеү менән дә сәхнә түрен йәмләне. Концертты Фирүзә Ҡотлоғужа ҡыҙы һәм Гөлкәй Радик ҡыҙы бик йәнле итеп алып барҙы. Байраҡаевтар бик матур, дәррәү, татыу берҙәм булып сығыш яһаны. Йүнсел, эшһөйәр халыҡ үҙҙәрен оҫта, талантлы әртистәр икәнен дә курһәтте.
Һәр ҡатнашыусыға ҙур рәхмәтемде белдерәм, ғаилә именлеге, бәрәкәтле оҙон ғумер, ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Айһылыу ӘЛИБАЕВА, Таһир ауылы клубы мөдире.