Ҡурсаҡтары ла башҡортса һөйләшә

Республикабыҙҙа ишле, өлгөлө ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһы үҙенсә бәхетле. Ғаилә – бәләкәй дәүләт, йәмғиәттең нигеҙе, тиҙәр. Ошо кескәй генә ойошмала үҙ-ара аңлашып, балаларына дөрөҫ тәрбиә биреп донъя көткән күркәм ғаиләләрҙең береһе – Өфө ҡалаһынан Руфия һәм Фәнис Хановтар. Уларҙы башҡортса һөйләшкән, йырлаған ҡурсаҡтары, трактор, машиналары, йәғни «ХанТойс» башҡорт уйынсыҡтары оҫтаханаһы хужалары булараҡ яҡшы беләһегеҙҙер, моғайын.

Ҡурсаҡтары ла башҡортса һөйләшәҠурсаҡтары ла башҡортса һөйләшә
Ҡурсаҡтары ла башҡортса һөйләшә

Руфия Рәйес ҡыҙы менән танышҡас, һүҙҙе шунан башланыҡ та.
– Туған телебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ихтирам һәм иғтибар ҙур беҙҙең ғаиләлә. Шуға беренсе ҡыҙыбыҙҙың теле асыла башлағас, башҡортса заманса уйынсыҡ эҙләргә тотондоҡ. Таба алмағас, үҙебеҙ яһай башланыҡ. Шулай итеп, балама – үҙ телендә һөйләшкән уйынсыҡ, һораған таныштарға ла уны әҙерләп биреп, үҙемдең декрет ялында килемем дә булды. Ике ҡуян ҡойроғон тоттом инде. Ҡурсаҡтар менән 7 йыл – 2019 йылдың апреленән булышам. Иптәшем – һөнәре буйынса инженер-проектлаусы. Техник яҡтан ул бар эште өйрәтеп бирҙе, нисек тауышты көйләргә, яҙҙырырға, йырҙы ниндәй форматта ҡуйырға ла кәңәш бирҙе. Ҡайһы батарейкалар яҡшы, һатыуҙа тағы ниндәй шәберәге бар – шуның ише техник һорауҙар балаларҙың атаһының елкәһендә.
– Әҙер уйынсыҡтарҙы ҡайҙан алаһың? Ҡурсаҡтарға милли кейемдәр ҙә кәрәк бит әле, кемдәр ярҙам итә? Биҙәүестәрҙе үҙең эшләйһеңме? Балалар ҙа ярҙам итә башламанымы ҡурсаҡтарҙы башҡортҡа әйләндерергә?
– Ҡурсаҡтарҙы төрлө урындан алам. Был эште башлаған мәлдә Рәсәй буйлап сәйәхәт иткәндә бер нисә урынға инеп, етештереүселәрҙе барланым. Аҙаҡ оҡшаған ҡурсаҡтарҙы алдырып, өйҙә батарейка өсөн урынға замок ҡуйып, башҡортса биҙәп ултырыр булып киттем. Уларға биҙәүестәрен бәйләгәндә ырғаҡ ҡулландым. Аҙаҡ фетрға күстем. Матурыраҡ булһын тип, интернетта күҙәтеп барған Финзилә апайҙан ҡурсаҡтар өсөн күлдәктәр тектереп ала башланым. Әлеге мәлдә лә ҡайһы бер уйынсыҡтарҙы шулай яҙҙырып алдырам. Шунан үҙем өлгөрмәй башлағас, күрше Альбина апай ярҙамға килде: ул замоктарын ҡуя, биҙәүестәр әҙерләй, ҡайһы берҙәренә милли башҡорт кейемен тегеп кейҙерә. Хатта үҙе хәтәр шәп ҡурсаҡтар тегеп бирә. Былтыр Екатерина исемле тағы бер оҫта ҡуллы ханымды табып алдым. Ул йомшаҡ ҡурсаҡтар тегә, хәҙер бер нисә моделен миңә кәрәкле үлсәмдә әҙерләп бирә. Иң тәүҙә йырҙар ғына ҡуя инем, шунан ҡыйыулығымды йыйып, үҙемдең тауышым менән һөйләштерә башланым. Алтынай ҡыҙыбыҙға биш йәш тулып, бөтә өндәрҙе әйтә башлағас, ҡурсаҡтар уның тауышы менән һөйләште. Малай тауышын "Тамыр"ҙа шөғөлләнгән Баййегет яҙҙырҙы. 
– Ғаиләгеҙҙә өс бала икән...
– Эйе, өс бала әсәһемен. Тормош иптәшем менән студент саҡта өйләнешкәйнек. Алтынайыбыҙға – 8 йәш. Әле 20-се башҡорт гимназияһында I синыфта уҡый. Өсөнсө йыл «Тамыр»ҙа шөғөлләнә, быйылдан «Гүәзәл-дэнс»ҡа бейеүгә йөрөй. Үҙемсә туған телдә мөхит булдырырға тырышам. Улыбыҙ Искәндәргә – өс йәш, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Аллаға шөкөр, ике телдә лә иркен аралаша. Бик әүҙем, өйҙә апаһы менән бейеп, йырлап күңел асалар. Бәләкәй булһа ла, егет кеүек, барыһын да хәстәрләп тора: өҫтәл арытында бөтәһенә лә тигеҙ аш һалыуымды, яңы әйбер алһам – барыһына ла бармы, тип йәки машинала берәй ергә барһаҡ – барыбыҙ ҙа теүәлме, тип ентекләп тикшереп, барлап сыға. Атаһы менән бер иш кейем кейергә, уның менән берәй эш атҡарырға ныҡ ярата. Трактор-машинаны үҙ иткәс, улыма тип, уларҙы ла башҡортса йырлаттыҡ, һөйләштерҙек. Шәп этәргес булды, сөнки был башҡортса һөйләшкән уйынсыҡ машина Башҡортостан буйлап киң таралды. Бәләкәс Сулпаныма – 1 йәш кенә. Ул иртән апаһы һәм ағаһын күңел һеҙләнеп оҙатып ҡала: кейенеп, улар менән бергә барғыһы килә. Ағаһын баҡсаға алып барғанда унда сисенеп инеп китә яҙа. Теле әлегә асыла ғына, шуға баш ҡортса музыкаль уйынсыҡтар менән уның иң уйнаған мәле: ҡушылып йырлаған була, һүҙҙәрен ҡабатларға тырыша. Үҙем әле декреттағы хисапсымын.
– Ҡайһы яҡтарҙа тыуып үҫтегеҙ? Өләсәй-олатайҙар ҙа балаларығыҙҙы тәрбиәләшәлер инде.
– Мин үҙем – Бөрйән ҡыҙы, 12 йәшемдә Республика иҡтисад интернат-лицейына уҡырға килдем, БДУ-ла система программисы һөнәрен алғас, иҡтисад университетында ла уҡып сыҡтым. Тормош иптәшем – Өфөнән. Ҡайным менән ҡәйнәм баш ҡалала ғүмер буйы күп ҡатлы өйҙә йәшәп, хәҙер хаҡлы ялда матур шәхси йортта торалар. Ял һайын тиерлек балалар шунда, аҙна уртаһынан барыр көндө һанай башлайҙар. Яратып, тәмле ашатып, ҡуша уйнап йөрөгән ҡартатай һәм кәтәй янында булғы килә инде ул. Өләсәй менән олатай – минең әсәйем һәм атайым – Бөрйәндә. Алыҫыраҡ булғас, аҙна һайын йөрөп булмай. Хәҙер ҡайсаҡ үҙҙәре отпускы алып йә оҙайлы ялда килеп алып ҡайтып китәләр. Балалар беҙгә үпкәләһә, өләсәйгә барам, ул беҙҙе әрләмәй, ти башлай. Шулай тартылып торған, күңелдәрен иретер кешеләре булғанына шатланам. Бөрйәндәге баҡсаны һәм мал һарайын «беҙҙең «Пятёрочка» тип шаяралар. Бәләкәйерәк сағында Алтынай өләсәһенә шылтыра тып, «вертолёт менән күп итеп туңдырма ебәр», тип көлдөргән ине.
– Филолог булмаһаң да, һинең телмәрең үҫешкән, социаль селтәрҙәрҙә лә матур яҙаһың. Был ҡайҙан килә?
– Телгә килгәндә – китап яратам. 4 йәшемдән уҡыйым, ауыл китапханаһында ярышып уҡыған синыфташтарым булды. Әсәйем өйрәткәндер, район гәзитендә элек шиғырҙары күренә торған ине. Журналист булырға хыялландым, тик буй етмәҫ тойолдо, бигерәк текә күренә ине яҙыусы ағай-апайҙар, шуға ул яҡҡа уҡырға барырға ҡыйыулығым етмәне. Математиканы яҡшы белдем, унда уҡырға инеүемдә шигем булманы, шул йүнәлештә киттем. Аҙаҡ хисапсы һөнәрен һайлап, шул яҡтан үҫештем. Тәүге декрет мәлендә тынлыҡта үҙемдең уйҙарымды яңынан ишетеп аптырап, интернетҡа яҙып һала башланым. Яҙышыу, уҡыу ныҡ оҡшай ул. Башланғыс синыфтарҙа «Йәншишмә» гәзитендә баҫыла инем. Ҙурайғас, Өфөлә интернатта уҡыным бит, ярты синыфҡа инша яҙып бирә инем.
– Һеҙ ғаиләгеҙ менән сәйәхәт итергә яратаһығыҙ икән…
– Икебеҙ ҙә тәбиғәтте яратабыҙ. Башҡортостан буйлап әүҙем ял итәбеҙ, былтыр ете бейек тауға менеп, фото-, видеоотчёт яһап, туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән «Уральский Барс» проектының беренсе этабын үтәнек. Йәй буйына 150 саҡрым самаһы араны тауҙар буйлап йәйәү үттек. Был турала дүрт йыл хыялландыҡ. Былтыр ҡыштан хыялды маҡсат итеп ҡуйып, яйлап әҙерләнә лә башланыҡ: поход өсөн ваҡ-төйәк барланыҡ, хатта, айыу осраһа, тип ҡурҡытҡыс та бар ине. Алла бирһә, ошо йылдың йәйенә лә Башҡортостанды байҡау буйынса пландар бар: әле бит иң бейек тауҙарҙы ғына күрҙек. Шарлауыҡтары, күлдәре йәки йылғалары буйлап китһәң дә иҫ киткес бит, ял һайын берәренә барһаң да үтеп сығырға бер нисә йыл кәрәктер ул.
– Һеҙгә матур эштәрегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.

Ҡурсаҡтары ла башҡортса һөйләшә
Ҡурсаҡтары ла башҡортса һөйләшә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас