+25 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Герой-әсә" исеме бирелде

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Анжелика Шуматбаева Рәсәй Президенты Владимир Путин указы  менән "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булған.

"Герой-әсә" исеме бирелде"Герой-әсә" исеме бирелде
"Герой-әсә" исеме бирелде

Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.

 Сергей Иванович һәм Анжелика Александровна ун бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың ҙурыраҡтары эшләп йөрөй инде, ҡалғандары колледжда, мәктәптә уҡый. Ҙур, татыу ғаиләлә эшһөйәр, көслө рухлы булып үҫә улар.

Белеүебеҙсә, "Герой-әсә" исеме - Рәсәй Федерацияһының юғары наградаһы. 2022 йылдан һәм ул ун һәм унан күберәк бала табып үҫтергән әсәйҙәргә бирелә. 

Фото: com.

"Герой-әсә" исеме бирелде
"Герой-әсә" исеме бирелде
"Герой-әсә" исеме бирелде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас