+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бөрөлә – Ғаилә байрамы

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә уңайынан ҙур байрам үтте. Был фестиваль етенсегә уҙғарылды һәм бөрөләрҙе генә түгел, баш ҡаланан, төрлө райондарҙан ҡунаҡтарҙы йыйҙы.

Бөрөлә – Ғаилә байрамыБөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы

– Республиканың бөтә ғаиләләрен дә ошо матур көн менән ҡотлайым! Күп балалы ғаиләләр алдында баш эйәм. Ватан һағына баҫҡан яугирҙарыбыҙҙың яҡындарына рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Бөгөнгө ауыр заманда тап ғаилә – һәр кемебеҙ өсөн терәк, көс һәм байлыҡ. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ә беҙ республикаһыҙ сәскә атһын, унда ҙур һәм татыу ғаиләләр күберәк булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ул да Бөрөгә хәләл ефете Каринэ Владимировна менән килгәйне. Төбәк башлығы алтын юбилейын билдәләгән, яңы ғына ЗАГС-ҡа ингән ғаиләләрҙе тәбрикләне, шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә наградалар тапшырҙы.

Ғаиләләр парады, оҫталыҡ дәрестәре, тәм-том, ҡул эштәре йәрминкәһе, балалар өсөн аквагрим һалыу, уйындар... Октябрь майҙаны ҡайнап торҙо. Баш ҡаланан килгән һәм урындағы артистар ҡатнашлығындағы концерт сараның төп биҙәктәренең береһе булды. Ғаилә байрамынан һәр кем көс-дәрт алып таралышты.

 

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.

Бөрө ҡалаһы.

 

Автор, Азат Мөхәмәтйәнов, Олег Яровиков фотолары.

Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Бөрөлә – Ғаилә байрамы
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас