

Быйыл был билдә, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәргә республикабыҙҙан 35 өлгөлө атай лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың атайҙары, МХО ветерандары, ғаилә династияһын дауам итеүселәр, күп балалы һәм ейән-ейәнсәрле атайҙар, әүҙемдәр бар ине.
Конкурс республикабыҙҙа иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, беҙҙең төбәк йәш һәм күп балалы ғаиләләр һаны (74 мең) буйынса илдә алдынғыларҙан һанала.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһы рәйесе Энже Әхмәҙуллина "Атай ҡаһарманлығы" наградаһының иң беренсе Башҡортостанда булдырылыуын, был матур башланғысты башҡа төбәктәрҙең дә ҡабул итеп алыуын билдәләп үтте.
Иң шәп атайҙарҙы шулай уҡ Рәсәй Геройы Денис Чернавин, Рәсәй Президенты хакимиәтенең йәмәғәт проекттары буйынса департаменты кәңәшсеһе Марго Сакаян, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортостан Республикаһының бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина һәм башҡалар ҡотланы.
Бүләкләнеүселәр араһында Ғафури районы Красноусольск ауылынан Ринат Табулдин да бар ине. Улар тормош иптәше менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергән. Районда инклюзив үҙәк асҡандар.
Автор фотолары.