+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте

Бәлки, кем өсөндөр бәхет – ҙур ҡаҙаныштар һәм матди байлыҡтыр. Ә күп ғаиләләрҙә бәхет – ул яҡты йортта балаларҙың шат тауыштары яңғырауы, ата-әсәнең уларға наҙлы ҡарашы булыуы. Саҡмағошта йәшәгән Ильясовтар өсөн дә шулай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләтеИльясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
 Был ҙур һәм татыу ғаилә тураһында хәҙер бөтә республикаға билдәле. Улар 2021 йылда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында III урын алғайны. Әсәйҙәре Резида Зәкәриә ҡыҙы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүсеһе, ә атайҙары Филүс Рауил улы быйыл Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының “Аталыҡ даны” дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Ильясовтар төрлө проекттарҙа, башҡа конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Улар 11 бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән балалары Юнона, Юлиан, Родион, Даниил – төрлө юғары уҡыу йорттары студенттары. Яҡшы ғына уҡып йөрөйҙәр. Тағы ике өлкән улдары әлеге ваҡытта – махсус хәрби операция биләмәһендә. Икенсе улдары – “Кино” ҡушаматлы офицер 2022 йылдан уҡ взвод командиры булып китә. Ә һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған өлкән улдары ҡустыһы яраланып ҡайтҡан ваҡытта, минең хеҙмәтем унда нығыраҡ кәрәгәсәк, тип хәл итә һәм “СКИФ” ҡушаматы алып, махсус хәрби операцияға юллана. Хәҙер икеһе лә дәүләт наградаларына лайыҡ булған.
 
– Әле беҙҙең менән өйҙә уҡыусы балаларыбыҙ. “Бишле”гә генә өлгәшәләр. Барыһы ла Саҡмағоштағы 1-се мәктәптә белем ала. Ильяс IX синыфта уҡый. Еңел атлетика секцияһына йөрөй, тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Рада ҡыҙыбыҙ – VII синыфта. Спорт ярата. Ошо көндәрҙә Анапала уҙған Бөтә Рәсәй асыҡ үҫмерҙәр ярышында билбау көрәше буйынса тиҫтерҙәре араһында I урын алып ҡайтты. Әммә спорт Рада өсөн берҙән-бер шөғөл түгел, өйҙә ул ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата, аш-һыу әҙерләргә, бигерәк тә ҡамыр аштары бешерергә оҫта. Юстина V синыфта уҡый. Әүҙем, ижади яҡтан үҫешкән, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Тағы уға балсыҡтан һәм картондан ҙур күләмле фигуралар яһау оҡшай. Иосиф иһә икенселә генә, әкиәттәр уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата, – ти Резида Зәкәриә ҡыҙы.
Был ғаилә йәнә ике үкһеҙ етем баланы тәрбиәгә алған. Савелий быйыл уҡырға төшкән. Кескәй Гүзәл балалар баҡсаһына йөрөй.
Резида ханым – бик әүҙем, көслө рухлы, изге йөрәкле ҡатын. Ул бер нисә йыл район депутаты була. Әлеге ваҡытта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Саҡмағош районы буйынса етәксеһе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ватанды һаҡлаусылар фондының Саҡмағош районы буйынса социаль координаторы. Шул тиклем яуаплы вазифалар биләгәс, әлбиттә, йәмәғәт эштәре күп ваҡытты, көстө ала. Кешеләр менән күп аралашырға, уларға мәсьәләләрен хәл итешергә, кемгәлер рухи терәк булырға кәрәк.
 
– Беҙҙең ғаилә – берҙәм коллектив. Өйҙәге, эштәге бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ, тиһәм дә яңылышмам. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Студент балаларыбыҙ ҙа хәҙер үҙҙәре уҡыған ерҙә ирекмән булып йөрөй. Беҙ эшебеҙ буйынса өлкән йәштәгеләргә лә ярҙам итәбеҙ. Бөгөнгө көндә яңғыҙ инәйҙәргә МХО ветерандары ла өҫтәлде. Миңә өлкән улдарым, әсәй, һин күп балалы әсә булып ҡына ҡалма, үҙең өсөн дә йәшә, тип ҡабатлап тора. Балалар тәрбиәләү менән бергә белемемде камиллаштырыуҙы, эште йәнәшә алып барам. Тормошта яҡындарыңа һөйөү һәм иғтибарыңды бүлеү менән бер рәттән үҙең, күңелеңә ятҡан хеҙмәт өсөн дә ваҡыт табыу мөһим, – ти эшенән рухи ҡәнәғәтләнеү тапҡан әсә.
 
Ғаилә башлығы – оҙаҡ йылдар газ сәнәғәте өлкәһендә эшләгән өлгөлө хеҙмәткәр. Ул – балаларының, ҡатынының төп терәге.
– Атайыбыҙ – беҙҙең таяныс, дуҫ, һаҡлаусы. Ул төрлө ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табып ҡына тора һәм беҙҙең алға ҡулыбыҙҙан килерлек мәсьәләләр ҡуйып, гел ниндәйҙер эш башҡарырға дәртләндерә. Дөрөҫ тәрбиә биреп, тормошта маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәткән атай-әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ, – ти Юнона.
 
Эйе, ғаиләлә атай-әсәйҙең балаларына яҡын дуҫ була белеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Ильясовтар өсөн ғаилә, ысынлап та, бәләкәй дәүләт. Унда һәр кем мөһим роль уйнай. Һәр кем үҙенең эшен өлгөлө итеп башҡарырға тырыша. Әлбиттә, өйҙәге, хужалыҡтағы бар эштәрҙе лә бергә алып баралар. Балалар малайҙар эше, ҡыҙҙар эше, тип айырып тормай. Мал, ҡош-ҡорт та ҡарашалар, өйҙө лә тәртиптә тоталар, баҡсала ла эшләйҙәр. Бынан тыш ижадҡа ҙур урын бирелә был фантазияға бай ғаиләлә. Ишек алдары үҙе беруйын майҙансығы кеүек. Ябай ғына әйберҙәрҙән дә матурлыҡ тыуҙыра белә Ильясовтар. Шашка таҡтаһы ла асыҡ һауала урын алған.
 
Һәр байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғаралар. Үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләйҙәр. Табынға мотлаҡ иң яратҡан ризыҡтары – ҙур бәлеш бешерәләр. Ғаилә тарихына ла иғтибар ҙур. Өйҙәрендә ҡарт ветеран олатайҙарына арналған мөйөш булдырылған. Әйткәндәй, атайҙары яғынан өләсәйҙәре Глүзә Әнғәм ҡыҙы ла – был матур ғаиләнең айырылғыһыҙ өлөшө. Атай-әсәй эштән бушамаған саҡта ул бәләкәс балаларҙы баҡсаға, мәктәпкә алып бара, ҙурыраҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән бергәләп донъя көтәләр. Әсәй кешегә эше буйынса йыш ҡына ҙур сараларға Өфөгә лә йөрөргә тура килә бит. Ҡәйнәһенә бик рәхмәтле Резида Зәкәриә ҡыҙы. Өләсәйле булыу – ҙур бәхет!

Күп һәм татыу балалы ғаилә – шундай матур тәрбиә мәктәбе ул. Быны беҙ Ильясовтар ғаиләһе өлгөһөндә лә күрәбеҙ. Һәр балаһын яратып, һәр береһенә тигеҙ иғтибар бүлеп, шул уҡ ваҡытта үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә, тормошта үҙ тәғәйенләнештәрен табырға йүнәлеш биреп үҫтерәләр. Һоҡланабыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ.

Фотолар ғаилә архивынан алынды.
 
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Ильясовтарҙың бәләкәй дәүләте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас