+31 °С
Облачно
VKOKМакс
Герой-пионерҙар
19 Мая 2021, 05:24

Валя Котик

Илебеҙҙең иң йәш Советтар Союзы Геройы. Ул – Украинаның Шепетов районы Хмелевка ауылында тыуып үҫкән пионер.

Һуғыш башланғанда 11 йәш кенә була. Фашистар баҫып ингәс, Валя иптәштәре менән дошманға ҡаршы һуғышырға ант итә.Тәүге көндән үк немец оккупанттары менән көрәш башлай. Малайҙар ҡорал йыя, аҙаҡ уны партизан отрядына оҙаталар.

Һүрәт төшөрөүгә оҫта була Валя. Гитлерсыларға карикатуралар яһап, шуларҙы йәбештереп тә йөрөй. Бер ваҡыт иптәштәре менән елдереп килгән немец машинаһын күреп ҡалалар. Күп уйлап тормай, Валя ҡулындағы гранатаны елгәрә. Машина шартлай. Ә унда ялан жандармерияһы башлығы була.

1942 йылда Шепетов йәшерен партия ойошмаһына инә һәм разведка буйынса уның йомоштарын үтәй башлай. Валя дошман постарының ҡайҙа торғанын, ҡарауыл алмашыныу ваҡыттарын партизандарға еткерә.

Бер ваҡыт поста торған сағында ул карателдәрҙең ҡамауға әҙерләнеүен шәйләп ҡала. Валя пистолеты менән фашист офицерын атып үлтереп, башҡаларҙы иҫкәртә. Шул арҡала партизандар дошманға ҡаршылыҡ күрһәтергә өлгөрөп ҡала.

1943 йылда йәш разведчик Иван Музалев етәкселегендәге Кармелюк исемендәге партизан отряды һуғышсыһы булып китә. Шул йылдың көҙөндә ергә күмелгән телефон кабелен таба. Ул шартлатыла, һөҙөмтәлә, Варшавалағы Гитлер менән фашистар араһында элемтә өҙөлә. Валя Котик шулай уҡ алты тимер юлы эшелонын, складтарҙы шартлатыуҙа ҡатнаша.

1944 йылдың 16 февралендә Изяслав ҡалаһы өсөн барған һуғышта яңы ғына 14 йәше тулған разведчик үлемесле яралана. Уны Шепетовка ҡалаһының паркына ерләйҙәр. Иҫән сағында күкрәгендә Ленин һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендарын, «Бөйөк Ватан һуғышы партизанына» миҙалын тағып йөрөргә өлгөрә. Ә 1958 йылда, үлгәндән һуң, Валентин Александрович Котикка, ҡыйыу пионерға, немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумы указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Батырлығы онотолмай. Уның исеме пионер отрядтарына, дружиналарына, мәктәптәргә, хатта теплоходҡа бирелә. Ә үҙе уҡыған белем усағы алдына һәм Мәскәүҙәге ВДНХ биләмәһендә йәш батырға һәйкәл ҡуйылған. Әйткәндәй, Валя Котик 1957 йылда донъя күргән «Бөркөт балаһы» фильмындағы герой Валя Котконың прототибы ла.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас