Ана шул уңайҙан ҡушылған исем ул. Атаһы коммунист, активист була. Шуныһы үкенесле: 1935 йылда «Дошмансылыҡ өсөн» ҡулға алына һәм 1959 йылда, үлгәндән һуң ғына, аҡлана.
Әсәһе Анна Казей һуғыш башланғас, партизандар менән бәйләнештә була. Фашистарҙан ҡурҡып тормай. Яралы партизандарҙы өйөндә йәшереп тота, уларға медицина ярҙамы күрһәтә. Ләкин уны фашистар тота һәм Минскиҙа язалап үлтерәләр. Мараттың күңелендә дошманға ҡарата нәфрәт уяна. Уларҙан үс алыу өсөн апаһы Ариадна менән Октябрҙең 25 йыллығы исемендәге партизан отрядына китәләр.
Бер заман отряд ҡамауҙан сыҡҡан ваҡытта Ариадна аяҡтарын туңдыра һәм уны самолётҡа ултыртып Оло ергә оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙың ике аяғын да киҫәләр. Балиғ булмаған Маратҡа ла шул ваҡытта апаһы менән бергә китергә тәҡдим итәләр, ләкин малай ризалашмай, отрядта тороп ҡала. Ул Минск өлкәһендәге Константин Рокоссовский исемендәге 200-сө бригада штабының разведчигы булып китә. Малай дошман яғына үтеп инеп, командованиеға бик кәрәкле ҡиммәтле разведка мәғлүмәттәре алып ҡайта. Уларҙы файҙаланып, партизандар Дзержинский ҡалаһында торған фашист гарнизонын юҡҡа сығара. 1943 йылда Станьков урманы янында барған тәүге һуғышта ла ул үҙен ысын батыр итеп күрһәтә. Ҡулы яралы көйөнсә бер нисә тапҡыр һөжүмгә бара. Шулай уҡ тимер һәм шоссе юлдарындағы диверсияларҙа ҡатнаша.
1943 йылдың мартында Румок ауылы янында Дмитрий Фурманов исемендәге партизандар отряды ҡамауҙа ҡала. Улар башҡа отрядтар менән бер нисек тә бәйләнешкә инә алмай. Шунда Марат Казей ярҙамға килә. Ваҡытында өҫтәмә көс килтереп, һуғыш карателдәрҙе тар-мар итеү менән тамамлана. Ә декабрь айында ул Слуцк шоссеһындағы һуғышта Гитлер командованиеһының пландары, хәрби карта төшөрөлгән бик мөһим документтарҙы ҡулға төшөрә.
1944 йылдың 11 майында Хоромицкие ауылы янында сираттағы заданиены үтәгән ваҡытта Марат фашистар ҡамауында тороп ҡала. 14 йәшлек патриот һуңғы патроны ҡалғансы көрәшә. Әсирлеккә эләкмәҫ өсөн бер гранатаһы ҡалғас, фашистарҙы яҡын ебәреп, үҙе менән бергә шартлата.
Ошо батырлығы өсөн пионер Марат Казейға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Шулай уҡ ул Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.