+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Герой-пионерҙар
26 Мая 2021, 05:12

Саша Ковалёв

Уның ысын исеме – Александр Филиппович Рабинович. Алыштырыуының сәбәбе булып уның ата-әсәһенең яҙмышы тора. Юғары вазифа биләгән ғаилә башлығы 1937 йылда Америкала командировкала була.

Ҡайтыуына уны ҡулға алалар һәм 1938 йылда атып үлтерәләр. Әсәһен һигеҙ йылға лагер­ға оҙаталар. 10 йәшлек Сашаны әсәһенең һеңлеһе – Раиса апаһы тәрбиәгә ала. Ул малайға һәйбәт белем бирергә тырыша. Ата­һын уның ире, 2-се ранг капитаны, Беломорск хәрби флотилияһы механигы Николай Петрович Ковалёв алыштыра. Диңгеҙгә ҡарата һөйөүҙе нәҡ ул тәрбиәләй ҙә инде.

1942 йылда Соловки юнгалар мәктәбе асыла. Фашистарға нәфрәте ҡайнаған малайҙың шунда эләккеһе килә. Ләкин «халыҡ дошманы» улын әллә ни булһа ла, унда алмаясаҡтар. Сашаға Николай Петрович ярҙам­ға килә. Уны быға тиклем һайлап алыуҙы үтә алмаған Александр Николаевич Ковалёв тигән малайҙың документтары буйынса уҡырға ебәрә. Фамилия менән атаһының исеме бик уңай тура килә. Сашаны капитан Николай Ковалёвтың улы тип ҡабул итәләр. Уҡыуын һәйбәт тамамлап, моторист һөнәре алып сыға егет. Хеҙмәт итергә Төньяҡ флотының «Громкий» эсминецына ебәрәләр. Ләкин ул торпеда катерында эшләргә теләй. Шунда күсеү тураһында рапорт артынан рапорт яҙа тор­ғас, теләгенә ирешә.

1944 йылдың 7 апрель төнөндә дошман караптарының яҡынлашыуы хаҡында хәбәр килә. Уларҙы юҡ итергә тигән бойороҡ алына. Саша сигналсы урынына баҫа. Дошман снарядтарының ҡайҙа төшөүен һәм пуля трассаларының ҡайҙан үтеүен һиҙгер күҙәтә. Командир уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңлай һәм кәрәкле ҡарар ҡабул итә. Ҡыҙып китеп, юнга үлем ҡурҡынысын да онота. Тирә-яҡты яҡшыраҡ күреү өсөн пулемёт ҡуя торған урынға менеп баҫа. Гөр­һөлдәү тауыштары аша ул командирҙың:

– Рәхмәт һиңә, Саша, маладис, – тигән һүҙҙәрен ишетә.

Ошо һуғышта ҡатнашҡаны өсөн йәш моряк Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

Бер көндө разведка самолёттары диңгеҙҙә дошман суднолары карауанын күреп ҡала. Торпеда катерҙары отряды уларға ҡаршы сыға. Сашаларҙыҡы иң алдан төшә. Ҡыҙыулыҡ менән беҙҙең моряктар дошман конвойының уртаһына барып инә. Фашис­тар бындай ҙа ҡыйыулыҡты көтмәгән була, шуға ҡайҙа етте, шунда ата башлайҙар. Төтөн пәрҙәһе аша командир алда дошмандың ҙур карабын шәйләп ҡала. Бер нисә минуттан көслө шартлау яңғырай.

Оҙаҡламай старшинаның: «Эсминецты шартлаттыҡ!» – тигән шатлыҡлы тауышы ишетелә.

Иртәгеһенә улар яңынан походҡа сыға. Моряктар дошман туҡталған урынға уҡ үтеп инә. Причалда ике транспортты батыралар. Был операцияла ҡатнашыусылар барыһы ла наградлана. Саша Ковалёвҡа Ушаков миҙалы бирелә.

Бер аҙнанан торпеда катерҙары тағы ла ике дошман карабының эҙенә төшә. Саша йөрөш идаралығында вахтала тора. Торпедалар, аппараттарҙан ысҡынып, туп-тура немецтарға табан оса. Ҡапыл һауаға ут һәм төтөн өйөрмәләре күтәрелә. Дошман карабы һыу аҫтына китеп юғала.

Уңышһыҙлыҡтан ярһыған дошман конвойының караптары бөтә тырышлығын торпеда катерын юҡ итеүгә йүнәлтә. Эргәлә генә снарядтар ярыла, бортҡа тыҡылдап пулялар килеп бәрелә. Бына ҡаты шартлау яңғырай. Катер сайҡалып китә. Коллектор­ҙағы тишектән ҙур көс менән эҫе быу бәреп сыға. Мотор урынлашҡан бүлмәгә һыу тула башлай. Тын алыуы ауырлаша. Бына-бына моторҙың шартлауы бар. Ул саҡта карап юҡҡа сығасаҡ. Һүндерһәң, катер йөрөүҙән туҡтаясаҡ. Нимә эшләргә? Алға ташланып, Саша кәүҙәһе менән коллекторҙағы тишекте ҡаплай. Ҡайнар һыу менән ҡайнар май тәнен бешерә. Ә Саша коллекторға тағы ла нығыраҡ һырына. Иптәштәре килеп еткәнсе, ул шулай ятыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә, карап иҫән ҡала. Был батырлығы өсөн йәш герой I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.

Саша Ковалёв Еңеүгә теүәл бер йыл ҡал­ғас, 1944 йылдың 9 майында, батырҙарса һәләк була.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас