Һуғыш башланған йылды VIII синыфты тамамлай. Фашистар Лихвинды баҫып алғас, «Передовой» партизан отрядына ҡушыла һәм ғүмере өҙөлгәнсе уның составында немецтарға ҡаршы һуғыша. Ун алты ғына йәштә булһа ла, ауырлыҡтарға зарланмай, бик күп хәрби операцияларҙа ҡатнаша, разведкаларға йөрөй. Фашистарҙы ныҡ ҡыйрата улар. Складтар яна, минаға эләгеп машиналар шартлай, поездар рельстан оса.
Бер көндө Сашаларҙың төркөмө Лихвин ҡалаһына яҡын юл буйында засада ойоштора. Шулай көтөп ултырғанда алыҫтан автомашина килгәне күренә. Күп тә үтмәй, шартлау тауышы яңғырай. Машинаның көлө күккә оса. Уның артынан килгәндәре лә юҡҡа сыға. Һалдаттар тейәлгән берәүһе ҡасырға маташҡанда Чекалин ырғытҡан граната уныһын да шартлата.
Бер ваҡыт Саша ныҡ итеп сирләп китә. Уға һалҡын тейгән була. Отряд командиры Макеев егетте әҙерәк йүнәлеп килһен, тип Мышбор ауылына ебәрә. Ләкин уға оҙаҡ ятырға тура килмәй бында. Фашистарҙың үҙен эҙләгәнен белгәс, ҡаса-боҫа тыуған ауылына ҡайта. Ләкин Авдюхин тигән староста һиҙеп ҡалып, был турала немецтарҙың хәрби комендатураһына хәбәр итә. Төн уртаһында улар ауырыу ятҡан өйҙө уратып ала һәм бирелергә тәҡдим итә. Саша ҡаршы ут аса, патрондары бөткәс, граната ташлай, тик ул шартламай. Фашистар йәш патриотты тотоп, штабҡа алып бара. Уны ҡот осҡос язалайҙар, ләкин үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте барыбер әйттерә алмайҙар.
1941 йылдың 6 ноябрендә Саша Чекалинды Лихвин ҡалаһының үҙәк майҙанында аҫалар. Муйынында элмәк булған көйө ул түшенә тағылған «Партизандарҙың барыһын да ошондай яза көтә» тигән яҙыулы таҡтаны алып ташларға көс таба һәм «Интернационал»ды йырлай. Уның кәүҙәһе 20 көндән артыҡ аҫыулы тора. Немецтар алырға ҡушмай. Ҡала фашистарҙан азат ителгәс кенә хәрби көрәштәштәре уны хөрмәтләп ерләй ала. 1942 йылдың февралендә, үлгәндән һуң, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1944 йылда Лихвин Чекалин тип үҙгәртелә. Тыуған ауылында уға мемориал ҡуйылған. Өфөлә, Новосибирскиҙа, Минскиҙа, Волгоградта, Иркутскиҙа, Новокузнецкиҙа (Кемеров өлкәһе), Аҡтүбәлә (Ҡаҙағстан) һәм башҡа бик күп ҡала-ауылдарҙа уның исемен йөрөткән урамдар бар.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.