Ләкин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барыһы ла үҙгәрә. Дошманға ҡарата оло нәфрәт йөрөткән, Тыуған илен үлеп яратҡан ҡыҙ тәүәккәл, ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ кешегә әйләнә.
1941 йылдың йәйендә Юта йәйге каникулға тыуған Ленинградынан Псков янындағы ауылға туғандарына ҡунаҡҡа килә. Һуғыш башланыуы тураһындағы ҡурҡыныс хәбәрҙе лә ошонда ишетә. Тәүге көндәрҙә үк ул урындағы партизан отрядына ярҙамлаша башлай. Башта – элемтәсе, аҙаҡтан разведчик булып китә. Ярлы малай булып кейенеп, ауылдар буйлап фашистарҙың штабы ҡайҙа тороуы, нисек һаҡланыуы, нисә пулемёттары барлығы тураһында мәғлүмәттәр йыя. Үҙенең ҡыҙыл галстугынан бер ваҡытта ла айырылмай. Заданиеға барғанда йәшереп һалып ала, ә ҡайтҡанда инде муйынына бәйләп ҡуя. Ул ҡыҙға ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс биргәндәй була.
Ленинград фашист илбаҫарҙарынан азат ителгәс, уның ҡайтып китергә лә мөмкинлеге була, ләкин ҡыҙ партизандар отрядында ҡалыуҙы хуп күрә. Нәҡ шул ваҡытта 1-се Эстония партизандар бригадаһы ойошторола. Уларҙың отрядындағы бөтә һуғышсылар ҙа тиерлек шунда ҡушыла. Бригаданың комиссары Цветков ҡыйыу пионерҙы Ленинградҡа ҡайтырға өгөтләй башлағас, ул: «Фашистарҙы бөтөнләй дөмөктөрөп бөтмәйенсә мин бер ҡайҙа ла китмәйем», – тип яуап ҡайтара.
Эстон урманына барып етеү өсөн Чуд күле аша сығырға кәрәк була. Бик ауыр юл. Февраль айы – буран, һыуыҡ. Аяҡ аҫтында тайғаҡ боҙ. Бригада фронт һыҙығын көс-хәл менән үтә. Көслө атыш ваҡытында хужалыҡ әйберҙәре тейәлгән йөктө, аттарҙы юғалталар. Яралыларҙы носилкаларға һалып, отряд алға бара. Күлдәге боҙ буйлап ас көйөнсә көнө-төнө атлайҙар. Ҡыйын булһа ла, Юта ла бер ни тип тә бәлә һалмай. Киреһенсә, отряд ярҙың икенсе яғына сыҡҡас та, беренселәрҙән булып, яҡын-тирәлә берәй ауыл юҡмы икән, тип разведкаға барырға теләк белдерә. Ни эшләһендәр, уны ебәрәләр. Разведчик яҡында ғына бер хутор барлығы һәм унда немецтарҙың булмауы хаҡында килеп әйтә. Ете көн буйы тәғәм ризыҡ ҡапмаған, йонсоған партизандар шунда юл тота.
1944 йылдың 28 февралендә була был хәл. Улар бер йортҡа инеп, ял итергә туҡтай. Тирә-яҡ тып-тын. Тик көтмәгәндә атыу тауышы яңғырай. «Фашистар!..» Барыһының да башынан йәшен тиҙлегендә ошо уй үтә. Тиҙ генә автоматтарын алып, улар урамға атыла. Юта ла ҡалмай. Немецтарҙы ҡыйратып, урман эсенә ингәндә ҙур һуғыштың бәләкәй батыры Юта Бондаровская улар араһында булмай. Кәүҙәһен аҙаҡ ҡына табалар. Ҡыҙыл галстугынан айырылмайынса, батырҙарса һәләк була ул. Иптәштәре ҡыйыу партизанды Ростов хуторы янындағы бәләкәй генә йылға ярында ерләп китә.
Үлгәндән һуң ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм I дәрәжә «Ватан һуғышы партизаны» миҙалы менән бүләкләнә.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.