+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Герой-пионерҙар
2 Июня 2021, 06:54

Лара Михеенко

1943 йылдың яҙында Лараның (Ларисаның) яҡын әхирәте Раисаға 16 йәш тула.

Оҙаҡламай уға Пустошкалағы махсус лагерға килеп етергә тигән саҡырыу килә. Немецтар өлкәнерәк йәштәге үҫмерҙәрҙе Германияға эшкә оҙата. Рая шул саҡырыу ҡағыҙын иптәштәренә күр­һәтә. Ҡыҙҙар оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, уларҙың барыһын да ниндәй ауыр яҙмыш көтәсәген аңлап, яҡындағы партизандар отрядына китергә хәл итә. Унда ла тормош бик рәхәттән булмай. 6-сы Калинин бригадаһының командиры майор Пётр Рындин был сабый ғына балаларҙы отрядҡа алыр­ға ҡырҡа ҡаршы була. Иртәгеһен махсус задание менән тигән булып, ҡыҙҙарҙы кире тыуған ауылдары Печеневҡа ебәрәләр. Отряд етәкселеге шулай улар­ҙан ҡотолдоҡ, тип уйлай. Ләкин әхирәттәр күп тә тормай, кире әйләнеп килә. Ни эшләһендәр? Тәүге һынауҙы уңышлы үткән пионерҙарҙы отрядҡа алырға булалар. Үҙҙәренең өлкән иптәштәре алдында ҡыҙҙар Тыуған илгә тоғролоҡтары, дошманға ҡарата нәфрәт уты менән яныу­ҙары тураһында партизан антын бирә.

Баштараҡ йәш һуғышсыларға бик ауыр булмаған, шул уҡ ваҡытта өлкән кешеләр башҡара алмай торған заданиеларҙы (мәҫәлән, ашарына теләнселәп йөрөгән бала булып, ауылдағы яңылыҡтарҙы белеп ҡайтыу) ышанып тапшыралар. Бер ваҡыт 1943 йылдың июнендә Лара менән Раяны Орехов ауылындағы әбейҙәренә «кәбеҫтә үҫендеһе» алып ҡайтырға ебәрәләр. Немец һалдаттарының ялан аяҡлы был ике сабый балаға иҫтәре лә китмәй. Уларҙың бик мөһим мәғлүмәт алырға килгәнлектәре баштарына ла инеп сыҡмай. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар нисә өйҙә немецтар барлығын, утлы нөктәләрҙең ҡай­ҙа урынлашыуы, һаҡсылар ҡасан алышыныуы тураһында хәбәр алып ҡайта.

Икенсе көндә Лара фашистарҙың хәрби объекты торған Чернецов ауылына ебәрелә. Ул бындағы Антон Кравцов тигән кешеләргә бала ҡараусы булып эшкә урынлаша. Уларҙың бәләкәй генә улдары була. Ә бала менән саф һауала йөрөргә сыҡҡанда немец гарнизоны тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр туплай. Бынан тыш, әхирәттәр агитацион листовкалар ҙа тарата.

1943 йылда Лараларҙың партизандар отряды «рельс һуғышы»нда әүҙем ҡатнаша. Улар даими рәүештә тимер юлдарын шартлатып, бик күп немец эшелондарын күккә осора. Үҙен разведкала яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән, инде байтаҡ тәжрибә туплаған Лариса Михеенконы оҙаҡламай Ахременкованың 21-се бригадаһына күсерәләр. Бер поезды шартлатҡанда ул да ҡатнаша. Ҡыҙ бер ҙә һынатмай. Заданиеһын ҡыйыу үтәп, беҙҙең шартлатыусылар күперҙе генә түгел, унан үтеп барған дошман эшелонын да юҡҡа сығара. Лара немец һаҡсыһына һиҙҙермәй генә күпергә яҡын килә лә шартлатҡыс шнурға ут тоҡандыра. Ошо батырлығы өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1943 йылдың ноябрендә Лариса һәм тағы ла ике партизан Игнатов ауылына разведкаға бара. Иптәштәре өй хужаһы менән һөйләшкәндә ул тышта һаҡта тороп ҡала. Ҡапыл немецтар килгәне күренә. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, уларҙы кемдер һатҡан була. Ҡыҙ эстәгеләрҙе киҫәтеп өлгөрә, ләкин үҙе тотола. Уны һорау алырға килтерәләр. Пальто кеҫәһендә ҡул гранатаһы була. Лариса шуны ҡулланырға хәл итә. Тик... гранатаһы шартламай.

1943 йылдың 4 ноябрендә Лариса Дорофеевна Михеенко атып үлтерелә.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас