+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Герой-пионерҙар
3 Июня 2021, 06:35

Надя Богданова

Һуғыш башланғас, Надя Богданова тәрбиәләнгән балалар йорто Белоруссиянан Ҡырғыҙстанға эвакуациялана.

Юлда бар­ғанда бер туҡталышта ҡыҙ бер нисә иптәше менән поездан төшөп ҡала. Немецтар баҫып алған ҡалала йөрөп ятҡанда шартлатҡыс табып алалар. Ләкин ул уйламағанда шартлай һәм Надянан башҡа барыһы ла үлә. Ҡыҙ партизандар отрядына барып эләгә.

1941 йылдың 7 ноябрендә Витебскиҙа, Октябрь революцияһы көнө уңайынан, өс урында: тимер юлы вокзалында, һөнәрселек училищеһы бинаһында һәм ташландыҡ хәлдә ҡалған тәмәке фабрикаһы ҡыйығына ҡыҙыл флагтар эленергә тейеш була. Балаларға немецтар артыҡ иғтибар итмәҫтәр, тип был эшкә Надя менән Ваня Звонцов тигән малайҙы ебәрергә булалар. Ун бер йәш кенә була был икәүгә.

Таң алдынан партизандар уларҙы ҡала янына яҡыныраҡ үҙҙәре оҙатып килә. Артабан һеперткеләр тейәлгән (өсәүһенә флаг уралған була) сана тоттороп үҙҙәрен генә ебәрәләр. Ваня шөрләгәнен һиҙҙер­һә лә, Надя үҙен ҡыйыу тота. Фашистар эргәһенән үткәндә уларға һепертке һатып алырға тәҡдим итә. Тегеләр ауыҙҙарын ҡыйшайтып, йылмайып ҡына ҡуя.

Көн буйына улар билдәләнгән урынға нисек барырға, тип ҡарап йөрөйҙәр ҙә төндә эштәрен атҡарып та ҡуялар. Таң атҡанда инде өс урында ҡыҙыл флаг елберҙәй. Быны күреп, йәш партизандар­ҙың ҡыуанысының сиге булмай. Тиҙерәк отрядҡа ҡайтып, был турала хәбәр итергә ашығалар. Тик ҡаланы сығып, оло юлға еткәс, уларҙы фашист полицайҙары ҡыуып етә. «Беҙ – етем балалар. Асыҡтыҡ, әҙ генә икмәк бирегеҙ әле», – тип нисек кенә ышандырырға тырышмаһындар, уларҙы ҡалаға кире алып китәләр. Ысынлап та, флагты элеүҙә ғәйепләйҙәр, әммә дөрөҫөн әйттерә алмайҙар. Надя менән Ваняны беҙҙең хәрби әсирҙәр янына, подвалға төшөрөп бикләйҙәр. Иртәгеһен барыһын да атырға сығаралар. Ҡыҙҙың башы әйләнеп китә. Нәҡ немецтар ут асҡан мәлдә генә ул иҫен юғалтып йығыла.

Күпмелер шулай ятҡандан һуң үлектәр араһында уянып китә. Бисара ҡыҙ ваҡытында иҫен юғалтҡанға ғына үлемдән тороп ҡала. Ваня ғына йәл. «Дуҫым өсөн барыбер үс аласаҡмын», – тип ант итә. Әйткән һүҙендә ныҡ тора: немецтар йәшәгән йорттарҙы, улар­ҙың ҡорал складтарын, эшелондар­ҙы күп шартлата Надя.

1942 йылда ҡыҙ разведка етәксеһе Ферапонт Слесаренко менән Балбекиға разведкаға килә. Надя хәйерсе булып кейенеп, бөтә ауылды урап үтә. Слесаренко яҡындағы ағаслыҡ араһында ҡала. Кис төшә. Ферапонт ағаһы янына килгәндә, унда бөтә отряд йыйылған була. Йәш разведкасы күргәндәрен түкмәй-сәсмәй еткерә, хатта ауылды ҡайһы яҡтан һөжүмгә тоторға кәрәклеген дә әйтә. Шулай Надя төнгө һуғышта ҡатнаша. Тыныс ҡына йоҡлап ятҡан фашистар ул-был иткәнсе, беҙҙекеләр үҙҙәрен ҡыйратып һала. Нимә эшләргә белмәгән яуыздар ят тауыштар сығарып аҡырыша. Шул ваҡытта Слесаренко ла яралана. Надя уның яраһын бәйләй. Ләкин һөйрәтеп алып китергә көсө етмәй. Партизандар артабан китеп өлгөргән була. Ҡыҙ уны ботаҡтар менән ҡаплай ҙа отряд артынан китә. Шунан бер ауылға килеп сыға һәм егеүле торған атты күреп ҡала. Тәҙрәнән өй эсенә күҙ һала. Бер нисә полицайҙың ашап ултырғанын күрә. Ул йәшен тиҙлегендә атты ысҡындырып, санаға һикереп ултырып, ҡыуып алып та китә. Артынан сыҡһалар ҙа, ҡыуып етә алмайҙар. Шулай, үҙенең ғүмерен ҡур­ҡыныс аҫтына ҡуйып, ул Ферапонт ағаһын имен-аман отрядҡа алып ҡайтып еткерә.

Илебеҙҙе дошмандан азат итеү өсөн ошондай батырлыҡтарҙы күп эшләй Надя Богданова. 1942 йылда ул үҙенең хәрби дуҫтарынан айырыла. Йәш партизанға шартлатыусылар менән бергә тороп ҡалырға ҡушыла. Тимер юлы күперен юҡ итергә тейеш булалар. Күперҙе миналап ҡайтып килгәндә, уны полицайҙар тота һәм биштәрендә шартлатҡыс киҫәктәре таба. Һорау ала башлағанда ғына ҡот осҡос шартлау тауышы ишетелә һәм полицайҙарҙың күҙ алдында күпер­ҙең көлө күккә оса. Надяның эше икәнен аңлап, уны гестапоға алып китәләр. Бәләкәй генә ҡыҙҙы ҡот осҡос язалар көтә: арҡаһына яндырып йондоҙ баҫалар, ҡарға сығарып баҫтырып, өҫтөнә боҙло һыу ҡоялар. Аҙаҡ иҫен юғалтҡас, үлгән тип урамға сығарып ырғыталар. Надяны ауыл халҡы табып алып дауалай, кеше итә. Ләкин ныҡ туҡмалыуҙан ул бөтөнләй күрмәҫ була. Һуңынан Одесса госпиталендә дауалана. Күҙҙәре яйлап күрә башлай.

Надя Богданова заводҡа эшкә урынлаша. Шулай һуғыш тамамланыуға ун биш йыл ваҡыт үтә. Радионан 6-сы партизан отрядының разведка начальнигы Ферапонт Слесаренконың сығышын ишетмәһәләр, уның һуғышта ҡатнашҡанын береһе лә белмәгән булыр ине. Надя Богданова Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Үлемдән бер нисә тап­ҡыр тороп ҡалған Надежда Богданова тыныс ваҡытта беҙҙең арабыҙҙан китә. Ләкин ун бер йәшлек кенә ҡыҙ баланың нисек итеп Тыуған иле өсөн көрәшеүе тураһында бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас