Ошонан һуң ике аҙна ваҡыт үтә. Иҫ китмәле йылы төн. Валя өйҙә була, китап уҡып ултырып, нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ҡыҙ көслө шартлау тауышына уянып китә.
Брест ҡәлғәһе беренселәрҙән булып дошман һөжүмен ҡабул итә. Уның уртаһында урынлашҡан 333-сө полк казармаһы яна башлай. Валяның атаһы шунда хеҙмәт иткән була. Шуға ул тиҙ генә кейенә лә сығып йүгерә. Ишектән сыҡҡанда:
– Подвалға ҡасығыҙ! Һуғыш! – тип ҡысҡыра.
Ул – һалдат һәм урыны ла һалдаттар янында. Ошонан һуң Валя атаһын башҡаса күрмәй. Атаһы Брест ҡәлғәһе өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була.
Төш ваҡытында инде бер төркөм ҡатын-ҡыҙ һәм балалар әсирлеккә эләгә. Улар араһында Валя менән әсәһе лә була. Фашистар уларҙы Муховец йылғаһы буйына ҡыуып алып китә. Бер ваҡыт араларындағы яралы ҡатын йығылып китә һәм таҙа кәүҙәле фельдфебель уны мылтыҡ приклады менән туҡмай башлай.
– Ул бит яралы, туҡмамағыҙ инде, – тип Валя әсәһенең ҡулынан ысҡынып китеп, уға ҡаршы бара.
Тегеһе ҡыҙҙың ҡулын ҡайырып тотоп, нимәлер ҡысҡыра ла ҡәлғә яғына күрһәтә. Валя бер ни ҙә аңламай. Шунан тәржемәсе:
– Фельдфебель әфәнде атырға тейеш ине, ләкин ул һиңә ғүмер бүләк итә. Уның ошо яҡшылығы өсөн хәҙер ҡәлғәгә бараһың һәм совет һалдаттарына бирелергә кәрәклеген әйтәһең. Тиҙ бул! Әгәр ҡушҡанды үтәмәһәләр, бөтәгеҙҙе лә юҡ итәсәкбеҙ, – тип ҡыҙҙы ҡапҡаға алып баралар. Валя пуля ямғыры аҫтында ҡәлғә янына барып етә. Уны беҙҙең һалдаттар күреп ҡала.
– Утты туҡтатығыҙ, – тигән команда яңғырай. Һаҡсылар бәләкәй геройҙы подвалға индерә. Ул оҙаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирә алмай. Аҙаҡ бөтә булған хәлде һөйләп бирә. Үҙен бында ни өсөн ебәргәндәрен дә әйтә. Дошмандың ниндәй ҡоралы, уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр итә һәм отрядта тороп ҡала. Яралыларға ярҙам күрһәтә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Валя Зенкина аҙаҡҡаса Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнаша. Фашистарға тағы әсирлеккә эләгә. Ҡаса. Артабан партизандар отрядында һуғыша. Буйға бәләкәй генә, сибек ҡыҙ үҙенең ҡыйыулығы, ҡурҡыу белмәүе менән барыһын хайран итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан иҫән ҡалып, беҙҙең көндәргәсә йәшәй.