+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
7 Июнь 2021, 11:59

Витя Черевичкин

Уның исемен Ростовтағы 78-се мәктәптең пионер отряды йөрөтә, фотоһүрәтен шул уҡ ҡалалағы пионерҙар һарайында күрергә була, Витя Черевичкин исемендәге урам бар.

Шулай уҡ уның тураһында йыр ҙа ижад ителгән. Тормош юлын, батырлығын сағылдырған, күгәрсендәре хаҡындағы был йырҙы yanshishma.ru сайтында табып, тыңлай алаһығыҙ.

...Түбәнге Дон яры буйында фа­шистар менән ҡаты алыш ба­ра. Дошман Ростов ҡалаһын баҫып алырға ашҡына һәм оҙаҡламай теләгенә ирешә. Ҡала халҡы өсөн ауыр ваҡыттар башлана. Витя янғын шәүләһе күрә, ҡалала атыш тауыштары ишетә. Немецтар совет кешеләрен ҡы­ра. Ни эшләргә? Көрә­шергә кәрәк!

Бер көндө малай эсэсовсыларҙың халыҡты ҙур бина эсенән ҡыуып сығарғанын күреп ҡала. Унда оҙон булып телефон сымдары һуҙылған. Бер-бер артлы ялтырап торған машиналар килеп туҡтай. Дон ярында элемтәселәр тегеләй-былай йөрөп тора. «Был штаб», – тип аңлап ала Витя. Оҙаҡламай ул эре фашист берләшмәләренең «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында туп­ланыуын белә. Малай, бер нәмәгә ҡарамай, үҙебеҙҙекеләр менән бәйләнеш булдырырға кәрәк, тигән ҡарарға килә. Совет һалдаттары Дондың теге яғында, Батайскиҙа торған була. Тик нисек хәбәр итергә?

Черевичкиндарҙың Батайск ҡалаһында туғандары һәм почта хеҙмәтен үтәй алған күгәрсендәре бар. Был ҡоштар, әле һу­ғышҡа тиклем, Ростовтан Батайскиға хәбәр ташыған була…

Ваҡыты-ваҡыты менән һауала совет самолёттары күренеп ҡа­ла. Витя уларға фашистарҙың штабы ҡайҙа урынлашыуын еткерергә маташа. Мотор тауышы сыҡҡас та, штаб өҫтөнән күгәрсендәрен осора. Әммә уның сигналын лётчик әллә күрмәй, әллә аңламай. Ҡала өҫтөндә осоп йөрөй ҙә, күҙҙән юғала. Шунан йәш разведчик мөһим хәбәрҙәр­ҙе ҡағыҙға яҙып, ерәнерәк төҫтәге күгәрсендең тәпәйенә бәйләп осороп ҡарай. Артынан: «Батайскиға ос!» – тип ҡысҡырып ҡала.

Витя ныҡ тулҡынлана. Әгәр ҡош­соғо барып етмәһә? Бәлки, туғандары ла хәҙер унда юҡтар­ҙыр. Шулай икән, уның хәбәрен совет командованиеһына кем алып барып еткерер?

Ҡала өҫтөндә совет самолёты күренеү менән Витяның ҡулынан күгәрсендәр осоп китеп, штаб тирәләй өйөрөлә башлай. Самолёт аҫтан ғына оса. Малай шәп-шәп итеп сигналдар бирергә тырыша. Шул ваҡыт кемдер ҡаты итеп уның яурындары­нан ҡымтып ала. Фашистар күреп ҡалған икән. Ҡасырға тырышып ҡараһа ла булдыра алмай. Йәш геройҙы штабҡа алып баралар.

– Һин разведчикмы?..Партизандар ҡайҙа? – тигәнерәк һорауҙар яуҙыра немец офицеры, пистолеты менән янап. Өндәшмәгәс, ныҡ итеп туҡмайҙар. Кискә табан Дон яғына алып китәләр. Ул аяҡтарын саҡ күтәреп, ауыр атлай, ләкин башын ғорур тотоп бара. Дондың теге яғынан беҙҙекеләрҙең һөжүм башлауы ишетелә. Тимәк, Витяның күгәрсендәре Батайский­ға барып еткән. «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында бомбалар, снарядтар шартлай. Совет артиллерияһы һәм авиацияһы йәш развечикты Витя Черевичкин күр­һәткән нөктәләргә ут асып, фашистарҙың штабын юҡҡа сығара.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА

әҙерләне.
Читайте нас: