Эргәһендә ҡыҙыл галстук һәм батыр пионерҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, фашистарға ҡаршы көрәштә партизандарға ярҙам итеүе тураһында белешмә. Ул Матросов исемендәге партизандар отряды комиссары тарафынан бирелгән.
Фашистар баҫып алған Гродно ҡалаһында коммунистарҙың йәшерен төркөмө ойошторола. Шуларҙың береһен Лиданың атаһы етәкләй. Уға иптәштәре килеп йөрөй. Был ваҡытта ҡыҙ урамда уйнаған кеше булып, дежурҙа тора. Полицайҙар йәки патруль күренһә, тиҙ генә был турала белдерә һала. Листовкалар өсөн ҡағыҙҙар табыу ҙа уға йөкмәтелә. Берәрләп-икешәрләп магазиндан һатып ала, иптәштәре лә ярҙам итә. Күпләп йыйылһа, баяғы ҡара сумканың төбөнә йәшереп, билдәләнгән урынға алып барып тапшыра. Иртәгеһенә инде бөтә ҡала халҡы Ҡыҙыл Армияның хәрәкәте хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт уҡый.
Лида Вашкевич бөтә Гродно буйлап йәшерен осрашыу йорттарын йөрөп сыға һәм күргән-ишеткәндәрен хәбәр итеп, подпольщиктарҙы ҡамап алыуҙан, төрлө бәләләрҙән ҡотҡара. Поезда бер станциянан икенсеһенә йөрөп, йәшерен мәғлүмәттәр туплай. Дошман постары эргәһенән генә шул уҡ ҡара сумканың төбөнә шартлатҡыстар һалып та сығара. Өҫтөн күмер менән ҡаплай. Ауыр булһа ла, немецтар һиҙеп ҡалмаһын тип, эйелмәҫкә тырыша. Юғиһә, күмер еңел дә инде.
Бына ниндәй сумка һаҡлана Гродно музейында?! Галстугы менән дә Лида бер ваҡытта ла айырылмаған була. Заданиеға ҡайҙа ғына бармаһын, ҡуйынына тығып, уны үҙе менән бергә йөрөтә ҡыйыу пионер. Лида Вашкевич Гродно ҡалаһында йәшәй һәм шундағы киске мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» һәм Еңеүҙең 20 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.